Матур үтһен ялығыҙ
6 Ғинуар 2022, 12:00

Әлшәйҙә Ҡышҡы һабантуй гөрләне!

Көндөң ярайһы уҡ һалҡын тороуына ҡарамаҫтан, Әлшәй районының үҙәге булған Раевка ауылында Ҡышҡы һабантуй һәм Самауырҙар конкурсы гөрләп үтте. 

Әлшәйҙә Ҡышҡы һабантуй гөрләне!Әлшәйҙә Ҡышҡы һабантуй гөрләне!
Әлшәйҙә Ҡышҡы һабантуй гөрләне!

Балалар һәм өлкәндәр тоҡ кейеп йүгереү, "Сәпкә тейҙереү", "Көршәк ватыу" кеүек бәйгеләрҙә ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡатнашты. Уларға ҡышҡы уйындар ҙа өҫтәлде: тюбингта ярыштар һәм башҡалар. Һуңынан тәмле-томло самауыр сәйенән ауыҙ итергә мөмкин булды, сөнки конкурста ҡатнашыусыларҙың самауырҙары күңелле итеп ҡайнап ултырҙы.

"Был үҙенсәлекле байрам һәм самауырҙар конкурсы ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, йәштәр араһында сәләмәт һәм айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үтте, - тип хәбәр итте Яңы Сәпәш ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. - Программаға өлкәндәр һәм балалар өсөн төрлө ярыштар һәм милли башҡорт уйындары инде”.

Байрам күңелле, дәртле уҙҙы, уйындар сағыу һәм матур булды. Берәү ҙә бүләкһеҙ һәм тәм-томһыҙ ҡалманы.

Шулай уҡ сара ҡунаҡтары һыу күмер, ваҡ таштар менән ҡайнаған үҙенсәлекле самауырҙар менән таныша алды. Күмәкләп саф һауала сәй эсеү – байрамдың айырым бер йәме булды. Һис шикһеҙ, сарала ҡатнашыусыларҙың һәр береһе ыңғай тәьҫораттар, күтәренке һәм яҡшы кәйеф алды. Ғөмүмән, байрам барыһына ла оҡшаны.

Фото һәм сығанаҡ: “Альшеевские вести” гәзите сайты.

Әлшәйҙә Ҡышҡы һабантуй гөрләне!
Әлшәйҙә Ҡышҡы һабантуй гөрләне!
Әлшәйҙә Ҡышҡы һабантуй гөрләне!
Әлшәйҙә Ҡышҡы һабантуй гөрләне!
Әлшәйҙә Ҡышҡы һабантуй гөрләне!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас