Матур үтһен ялығыҙ
8 Ғинуар 2022, 15:06

ЙОНДОҘНАМӘ (10 – 16 ғинуар)

ҠУҘЫ

Ғаилә, шәхси мөнәсәбәттәрҙе көйләү йәһәтенән уңышлы аҙна. Бар мөмкинлекте файҙаланып ҡалырға тырышығыҙ. Осрашыуҙарға йөрөгөҙ, танышлыҡтар булдырығыҙ, тик был яңылыҡтар яҡындарығыҙға зыян килтермәһен, уларҙың кәйефен боҙмаһын ине. Сөнки тап ошо арала киләсәк өсөн ныҡлы нигеҙ һалына. 

 

БУҒА

Яңы танышлыҡтар өсөн дә, әүәлге мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу йәһәтенән дә отошло мәл. Яҡындарығыҙға йылы һүҙегеҙҙе, иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, сөнки тиҙҙән барыһы ла үҙегеҙгә артығы менән әйләнеп ҡайтыр. Инвестициялар, һатып алыуҙар өсөн ҡулай осор.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Башкөллө эшкә сумырһығыҙ. Өҙлөкһөҙ осрашыуҙар, шылтыра­тыуҙар, рәсми саралар арҡаһында хис-тойғоларға ваҡытығыҙ ҡалмаҫ, моғайын. Шулай ҙа яҡындарығыҙ менән тыныс шарттарҙа ял итергә лә онотмағыҙ. Һаулыҡҡа ла иғтибар кәрәк, юғиһә өҙлөгөп ҡуйыуығыҙ бар.

 

ҠЫҪАЛА

Теләйһегеҙме, юҡмы, ғаилә мәшәҡәттәренә сумырға тура килер. Байрам сараларынан, дуҫ-иш менән осрашыуҙарҙан баш тартып торорға кәңәш ителә. Был аҙнала күсемһеҙ милеккә, ҡуртымға бәйле мәсьәләләрҙе ҡыйыу хәл итергә мөмкин. Һаулыҡҡа килгәндә, әллә ни көсөргәнеш һиҙелмәй кеүек. Шулай ҙа ҡырҡыу ашамлыҡтарҙан баш тартыу, ашҡаҙанығыҙҙы һаҡлау зыян итмәҫ.

 

АРЫҪЛАН

Шәхси мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңайлы мәл етте. Тырышлығығыҙ һәм әүҙемлегегеҙ күптәрҙе һоҡландырыр. Ҡыйыу алға барырға мөмкин. Мотлаҡ еңеүгә өлгәшерһегеҙ. Ижади ниәттәрҙе лә тормошҡа ашырыу әллә ни ҡыйын булмаҫ кеүек. Шулай ҙа артыҡ көсөргәнештән һаулығығыҙға зыян килеп ҡуймаһын. Йөрәгегеҙҙе һаҡлағыҙ.

 

ҠЫҘ

Мөнәсәбәттәрҙе яңы кимәлгә еткереү теләге әллә ни уңыш килтермәҫ, моғайын. Хис-тойғоларҙы бушҡа сарыфламағыҙ, һөйгәнегеҙҙе үҙгәртергә тырышмағыҙ, ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтмәгеҙ. Хәл тиҙ арала ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Яҡындарығыҙҙың, хатта бигүк өнәп етмәгән кешеләрҙең дә һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Ғаиләлә мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүенә юл ҡуймағыҙ. Хәләл-ефетегеҙҙең һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ, битараф ҡалмағыҙ, аҡыл менән эш итегеҙ. Эшмәкәрлек өлкәһендә лә әллә ни үҙгәреш көтөлмәй. Мөһим ҡарар ҡабул итеүҙе әлегә кисектереп торорға тура килер, моғайын.

 

САЯН

Бик ҡатмарлы, бер үк ваҡытта ҡыҙыҡлы осор. Әүҙемлегегеҙ битарафлыҡ менән алмашынып торор. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә һалҡынлыҡ һиҙелер. Шуға күрә һәр нәмәлә алтын урталыҡты һаҡлап ҡалырға, сабыр булырға тырышығыҙ. Аҙна аҙағында отошло килешеүҙәр төҙөү мөмкинлеге бар. Рулдә иғтибарлы булығыҙ.

 

УҠСЫ

Осор бик уңышлы булмаҡсы. Һеҙҙең аҡыл ҡеүәһенә, күңел байлығына күптәр һоҡланыу белдерер. Мөмкинлек булһа, сәйәхәт ҡылығыҙ, күргәҙмәләргә йөрөгөҙ, төрлө сараларҙа ҡатнашығыҙ. Яңы тәьҫораттар юғарыраҡ үҫешкә ҡанатландырыр. Имгәнеү хәүефе юғары, юлда һаҡ булығыҙ.

 

ЫЛАҠ

Был аҙнала шәхси тормошҡа ҡарағанда һөнәри эшмәкәрлек ҙур иғтибар талап итер, моғайын. Хис-тойғолар икенсе юҫыҡҡа күсер, килешеүҙәр, йөкләмәләр, аҡса эшләү күп ваҡыт талап итер. Уның ҡарауы, үҫешкә өлгәшеү, тәжрибә туплау мөмкинлеге бик ҙур. Көс-ҡеүәтегеҙ ташып торор.

 

ҺЫУҒОЯР

Һәр саҡ тотороҡло булып ҡала белгән, аҡылға таянып эш иткәндәрҙә тормошто тамырынан үҙгәртеү теләге тыуыр. Әле бының өсөн бик ҡулай мәл. Үткәндәрҙән арынып, көндәлек мәшәҡәттәрҙән ял итеү, дуҫтарығыҙ менән осрашыу яҡшы һөҙөмтә бирер. Яңылыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ.

 

БАЛЫҠ

Шәхси тормошоғоҙҙа аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуһа, хәлде үҙгәртергә тырышмағыҙ. Әүҙемлек күрһәтеүегеҙҙең кире һөҙөмтә биреүе ихтимал. Шуға күрә тыныс, сабыр булырға тырышығыҙ. Йәшерен эш-хаталарығыҙ асылыуы мөмкин. Кесе йомаға тиклем яңы эш башламаҫҡа кәңәш ителә. Сирләү хәүефе юғары, һау­лығығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Читайте нас