

ҠУҘЫ
Бөтөнләй файҙаһыҙ эштәр менән шөғөлләнерһегеҙ, моғайын. Көс-ҡеүәтегеҙҙе лә бушҡа сарыф итерһегеҙ. Дөрөҫ йүнәлеш алыу өсөн йәшәү рәүешен, теләктәрегеҙҙе үҙгәртергә кәрәк.
БУҒА
Аҙна башында юҡ-барға күңел төшөнкөлөгөнә бирелерһегеҙ. Ҡыйын саҡтарҙа ғаиләгеҙгә таянығыҙ. Осор уртаһында хәлегеҙ яйланыр. Йорт мәшәҡәттәре күңелһеҙлектән ҡотолорға ярҙам итер.
ИГЕҘӘКТӘР
Ғүмерлек юлдашығыҙҙы осратыуығыҙ ихтимал. Эске һиҙемләүегеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ. Һәләкәтле ғәмәлдәрҙән, тормошҡа ашмаҫтай хыял-маҡсаттарҙан баш тартығыҙ – был яҡшыға илтмәҫ.
ҠЫҪАЛА
Осор ял итеү өсөн ҡулай булмаҡсы. Мөһим эштәрҙе лә, көндәлек мәшәҡәттәрҙе лә мөмкин тиклем кисектереп тороғоҙ. Сәләмәтлегегеҙгә лә иғтибар бирегеҙ.
АРЫҪЛАН
Йыш ҡына уйламайынса эш итәһегеҙ. Һирәк булһа ла башҡаларҙың мәнфәғәтен иҫәпкә алығыҙ, ярҙам ҡулы һуҙығыҙ. Әле яҡындарығыҙ һеҙҙең хәстәрлеккә бик мохтаж.
ҠЫҘ
Матди йәһәттән ҡыйынлыҡ тыуғандай тойолор. Тик ҡайғырмағыҙ: тиҙҙән барыһы ла көйләнер, тормошоғоҙҙа яңы офоҡтар асылыр. Көтмәгән ерҙән ярҙам килер. Дуҫтарығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ.
ҮЛСӘҮ
Мәшәҡәттәрегеҙ бик күп, өлгөрә алмай яфаланырһығыҙ. Тик ашығыу, бер сиктән икенсеһенә бәрелеп-һуғылыу файҙаға булмаҫ, хәлегеҙ ҡатмарлашыуы бар. Аныҡ йүнәлештәрҙе билдәләп, эште тап шуларҙан башларға кәңәш ителә.
САЯН
Тырыш хеҙмәтегеҙҙең, барыһына ҡаршы көрәшеүегеҙҙең һөҙөмтә бирмәүенә инанғас, бер аҙ баҙап ҡалырһығыҙ, моғайын. Шуға күрә был аҙнала, алға сабыуҙан туҡтап, күңел кисерештәрен тәртипкә килтерергә тырышығыҙ, мөһим эштәрҙе кисектереп тороғоҙ.
УҠСЫ
Был аҙнала бәхет һеҙгә мотлаҡ йылмайыр, сөнки барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үттегеҙ. Тик аҡса, власть артынан ҡыуып, күңел тыныслығы хаҡында онотмаһағыҙ ине. Эске һиҙемләүегеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ.
ЫЛАҠ
Тормошоғоҙҙа яңы осор башлана. Хәлегеҙ һәр йәһәттән яҡшырыр кеүек. Туғандарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙы хәстәрләгеҙ. Аҡса кереме лә булмаҡсы. Тик көс-ҡеүәтегеҙҙе дөрөҫ файҙаланырға кәңәш ителә.
ҺЫУҒОЯР
Ярайһы уҡ ҡатмарлы аҙна. Барлыҡ эште бер юлы башҡарыу, шул уҡ ваҡытта ял итеп алыу теләге тыуыр. Ләкин көндәлек мәшәҡәттәрҙе йырып сығыуығыҙ икеле. Уның ҡарауы, осор аҙағында матди хәлегеҙҙең яҡшырыуы көтөлә.
БАЛЫҠ
Ҡуйған маҡсатығыҙға өлгәшеү юлдарын табырһығыҙ. Башығыҙға яңынан-яңы идеялар килер. Осор тормошоғоҙға үҙгәреш индерерлек осрашыуҙарға, романтик танышыуҙарға бай булмаҡсы.