Матур үтһен ялығыҙ
21 Ғинуар 2022, 12:53

ЙОНДОҘНАМӘ (24 – 30 ғинуар)

 ҠУҘЫ

Шәхси мөнәсәбәттәргә ниндәй ҙә булһа үҙгәреш индерергә ты­рышығыҙ. Дуҫтарығыҙ менән ара­лашығыҙ, кеше араһына сы­ғығыҙ. Хис-тойғоларҙы яңыртыу өсөн дә уңай­лы мәл. Эш урынын алмаштырырға мөмкин.

 

БУҒА

Эшлекле осрашыуҙарҙа ҡат­нашыу, һөнәри үҫеш мәсьәләһен хәл итеү өсөн ҡулай осор. Мөһим килешеү төҙөй алаһығыҙ. Ғаилә­ләге мөнәсәбәттәр үҙһүҙлелек арҡа­һында бер аҙ ҡатмарлашыр, моғайын.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Ярайһы уҡ ҡатмарлы аҙна көтөлә. Барыһына ла әҙер бу­лығыҙ. Ғаилә мөнәсәбәттәрендә көсөргәнешлелек тыуыуы бар. Аҡса мәсьәләһендә лә һаҡ булы­ғыҙ, ҙур ғына сығымдар көтөлә. Ҡышҡы юлда имгәнеү хәүефе лә юғары.

 

ҠЫҪАЛА

Сит ил вәкилдәре менән аралашыу, танышыу, эш урынын алмаштырыу өсөн уңайлы аҙна. Мөхәббәт өлкәһендә лә уңыштар көтә. Ял итергә ваҡыт табығыҙ. Сәйәхәткә юллана алаһығыҙ. Иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартығыҙ.

 

АРЫҪЛАН

Һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәт­тәрҙәге сетерекле хәлдәр икенсе юҫыҡта ҡалыр. Көнкүреш мәсьә­ләләрен хәл итеү, эш урыны күп ваҡыт талап итер. Алған аҡсаны кире ҡайтарырға, яңынан бурысҡа алмаҫҡа кәңәш бирәбеҙ.

 

ҠЫҘ

Мәшәҡәтле аҙна көтөлә. Ғаи­лә, һөйгәнегеҙ менән мөнәсәбәт­тәрҙә көсөргәнешлек һиҙелер. Туғандарығыҙ менән дә арағыҙ һыуыныуы ихтимал. Шуға күрә үҙ­һүҙлелектән арынығыҙ. Эшмәкәрлек өлкәһен әлегә киңәйтергә ашыҡмағыҙ, булғанды һаҡлап ҡалығыҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Яҡындарығыҙ менән мөнәсә­бәт­тәрҙә бер аҙ һалҡынлыҡ һиҙелер, моғайын, айырыуса аҙна аҙағында. Һөйгәнегеҙ яғынан ныҡ­лы баҫым тойорһоғоҙ, әммә үҙегеҙҙе тыныс тоторға тырышығыҙ. Оло быуын вәкилдәренең проблемалары ла һеҙгә йоғонто яһамай ҡалмаҫ.

 

САЯН

Ярайһы уҡ ҡатмарлы мәл. Хис-тойғоларығыҙ ташып торор, саманан тыш ҡыҙыу, ярһыуға әйлә­нерһегеҙ. Яҡындарығыҙҙың һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ, уларға иғтибарлы булығыҙ, юғиһә мөнәсәбәттәрегеҙгә ныҡлы зыян килер. Көндәлек мәшәҡәттәр менән шөғөлләнергә кәңәш ителә. Яңы проекттар өсөн дә ҡулай аҙна.

 

УҠСЫ

Йәмәғәт урындарына барыу, яңы танышлыҡтар булдырыу өсөн уңайлы осор. Ҡыҫҡа ваҡытлы сәфәрҙәр ҙә кәйефегеҙгә ыңғай тәьҫир итер. Ни тиклем әүҙем бул­һағыҙ, файҙаһы ла шул ҡәҙәр ҙурыраҡ булыр. Тын юлдарына иғтибар итегеҙ, һалҡын тейеүе бар.

 

ЫЛАҠ

Яҡындарығыҙға, йорт мәшәҡәт­тәренә иғтибарҙы кәметмәһәгеҙ, аҙна уңышлы булыр. Ғаилә именлеге хаҡында хәстәрлек күрһәгеҙ, яҡындарығыҙ алдында дәрәжәгеҙ бермә-бер артыр. Башлаған эште киңәйтеү өсөн кәрәкле әйбер һатып алырға мөмкин.

 

ҺЫУҒОЯР

Яңы мөнәсәбәттәр башлау, танышыу өсөн ҡулай аҙна. Шулай ҙа үткән хаталарҙы ҡабатламаҫҡа тырышығыҙ. Ғаилә мөнәсәбәттә­рендә күп нәмә тап һеҙҙең итәғәт­лелеккә, уйлап эш итеүегеҙгә бәйле. Әүҙемлегегеҙ яңы башланғыстарға этәрер.

 

БАЛЫҠ

Хәлегеҙҙе ныҡлы күҙәтегеҙ. Бәлки, һеҙгә психологик ярҙам кәрәктер. Ләкин депрессияға бирелмәгеҙ, тиҙҙән барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Әлегә һаулыҡҡа иғтибарҙы йәлләмәгеҙ. Эш урынында ярайһы уҡ тыныс осор. Киҙеүҙән һаҡланығыҙ.

Читайте нас