

ҠУҘЫ
Аҙна уңышлы булмаҡсы. Мөһим эштәрҙе ошо араға планлаштырыу хәйерле. Тик башта аҡыл, шунан ғына хистәр менән эш итегеҙ. Насар ғәҙәттәрҙән баш тартығыҙ, юғиһә йыйған аҡсағыҙҙы юғалтыу хәүефе бар.
БУҒА
Тиҙҙән тормошоғоҙҙа бәхетле осор башланыр. Спорт менән шөғөлләнеү көс-ҡеүәт өҫтәр. Яңы башланғыстар өсөн киң мөмкинлек асылыр. Аяҡ салырға маташҡан көнсөлдәргә ҡәтғи яуап ҡайтарырһығыҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Төп иғтибар ғаилә тормошона йүнәлтелер. Эштә етәкселеккә фекерегеҙҙе асыҡтан-асыҡ әйтеүҙән ҡурҡмағыҙ. Лотереяла отоу мөмкинлеге бар. Юлда һаҡ булығыҙ.
ҠЫҪАЛА
Хеҙмәттәштәрегеҙ ярҙам йәки кәңәш һораһа, баш тартмағыҙ. Һуңыраҡ үҙегеҙгә лә уларҙың файҙаһы тейер. Үҙ эшен асҡандар тиҙ арала килем ала башлар. Ғөмүмән, был аҙнала матди хәлегеҙ яҡшы булмаҡсы.
АРЫҪЛАН
Шәхси тормошоғоҙҙа хәлдең бер аҙ киҫкенләшеүе ихтимал. Уның ҡарауы, етәкселек хеҙмәтегеҙҙе юғары баһалар. Эш хаҡына өҫтәмә түләүҙәре, вазифала үрләтеүҙәре ихтимал. Бер генә кәңәш – ҡануниәт талаптарын теүәл үтәгеҙ.
ҠЫҘ
Йондоҙҙар көс-ҡеүәт өҫтәр, тормошоғоҙҙа әүҙемлек һиҙелер. Кеше һүҙенә ҡолаҡ һалмаҫҡа тырышығыҙ, көнсөлдәр юлдан яҙҙырырға тырышыр. Ҡулығыҙға төшкән мул ғына аҡса ниәтегеҙҙе тормошҡа ашырырға ярҙам итер.
ҮЛСӘҮ
Был аҙнала кәйефегеҙ шәп булыр. Ҡатмарлы бурыстарҙы ла еңел генә үтәрһегеҙ. Уйҙарығыҙҙың ысынбарлыҡҡа әүерелеүе ихтимал, шуға күрә ыңғай фекер йөрөтөгөҙ. Ниндәйҙер мөһим мәсьәлә көтмәгәндә еңел генә хәл ителер.
САЯН
Аҙна үҙгәрештәргә бай булыр. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе барларға тура килер. Яңы танышлыҡ тормошоғоҙҙоң аҫтын-өҫкә килтереүе ихтимал. Бының ниндәй үҙгәреш булыуы тап һеҙгә бәйле.
УҠСЫ
Төп иғтибарҙы һаулыҡҡа йүнәлтегеҙ, юғиһә планлаштырылған эшегеҙҙе тормошҡа ашырырға көс-ҡеүәтегеҙ етмәҫ. Һәр ғәмәлде намыҫ менән ғәҙел башҡарығыҙ. Уйланмаған аҙымдарығыҙ менән абруйығыҙҙы төшөрөп ҡуймағыҙ.
ЫЛАҠ
Осор тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ талап итер. Етәкселеккә башланғыстарығыҙҙы тәҡдим итеүҙән тартынмағыҙ, мотлаҡ хуплау табырһығыҙ. Матди хәлегеҙ яҡшырыр. Рулдә һаҡ булырға кәңәш ителә.
ҺЫУҒОЯР
Тормошоғоҙҙа йылдам үҙгәрештәр башланыр. Аҙна дауамында байтаҡ яңылыҡ булыр. Борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшыға. Финанс йәһәтенән яңы идеялар тыуыр. Ғүмерлек мөхәббәтегеҙҙе осратыуығыҙ бар.
БАЛЫҠ
Осор ярайһы уҡ әүҙем үтер. Өлкән йәштәге яҡынығыҙ ярҙам һорар, моғайын. Аҡса эшләү өсөн әүәлге мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә тура килер. Күп йәһәттән үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ.