+20 °С
Болотло


Әҙерләү:
Тәүҙә балыҡты йыуып, ике өлөшкә бүләбеҙ. Тоҙ, борос, базилик, лимон һуты һибеп 10-15 минутҡа ҡалдырабыҙ. Айырым һауытта ҡаймаҡ менән майонезды бергә бутайбыҙ. Помидорҙы, һуғанды киҫәбеҙ. Ләүәштең бер яҡ өлөшөнә һуғанды, балыҡты һалабыҙ, әҙер соусты һөртәбеҙ. Шунан помидорҙы теҙәбеҙ ҙә, ләүәште төрәбеҙ.
Артабан форманы майлап ләүәштәрҙе һалабыҙ. Духовканы 180 градусҡа тиклем йылытып, 30 минут бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: domashniy.ru