Матур үтһен ялығыҙ
4 Февраль 2022, 09:53

ЙОНДОҘНАМӘ (7 – 13 февраль)

 ҠУҘЫ

Аҙнаның тәүге яртыһында бик күп танышыуҙар, тәьҫораттар көтә. Дуҫтарығыҙ менән арала­шыуға ихтыяж арта. Был осор киләсәккә план төҙөү өсөн ҡулай. Шишәмбе теләгән теләк тиҙ арала тормошҡа ашыр.

 

БУҒА

Был арала уңышты ҡулға төшөрөү еңелдән булмаҫ. Ты­рышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ күрһәтһәгеҙ, мотлаҡ иғтибар итерҙәр. Шәхси тормошта ҡайһы бер мәлдәрҙә күңел төшөнкөлөгөнә би­релерһегеҙ, борсолмағыҙ: был ваҡытлыса ғына.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Иң әүҙем көнөгөҙ – 7 февраль. Мөһим эштәрҙе тап ошо көнгә планлаштырығыҙ. Аҙна аҙағына аҡсаға ҡытлыҡ тыуыр, моғайын. Һаҡ булығыҙ: имгәнеү хәүефе бар.

 

ҠЫҪАЛА

Төп иғтибарҙы ғаилә мөнә­сәбәт­тәренә йүнәлтергә тура килер. Өлкәндәр менән ара­лашыуҙа көсөргәнешлек һиҙелер. Һүҙ көрәштермәгеҙ, итәғәтле булығыҙ. Уның ҡарауы, эштә барыһы ла ал да гөл кеүек.

 

АРЫҪЛАН

Ысын мәғәнәһендә романтик осор көтә. Яңғыҙҙар ғүмерлек юлдашын осратыуы бар. Эштә һеҙгә ҡаршы хәйлә ҡороуҙары ихтимал. Сәйер ғәмәлдәрҙә, бәхәстә ҡатнашмағыҙ, бурысығыҙҙы теүәл башҡарығыҙ.

 

ҠЫҘ

Тормошоғоҙға сағыулыҡ өҫ­тәлер. Етәкселеккә мөрәжәғәт итһәгеҙ, күптән борсоған проб­леманы уңышлы хәл итеү мөмкинлеге бар. Тиҙҙән алдығыҙҙа киң офоҡтар асылыр. Ҡарар ҡабул иткәндә кеше һүҙенә ҡолаҡ һалмағыҙ, үҙегеҙҙең фекергә таянығыҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Бөтә мәшәҡәттәр артта ҡалыр, хәл ителмәҫтәй тойолған мәсьә­ләләр үҙенән-үҙе яйға һа­лыныр. Әле мөһим эштәрҙе фекер­ҙәштәр менән бергә башҡарыу уңыш килтерер, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшерһегеҙ.

 

САЯН

Ҡатмарлы бурыстарҙы башҡа­ларға тапшырып торорға кәңәш ителә, юғиһә уларҙы ваҡытында башҡара алмаҫһығыҙ. Ғаилә мөнәсәбәттәрендә өҫтөнлөк итергә тырышмағыҙ, низағ сығыр. Ғөмүмән, был аҙнала әүҙемлекте кәметеү хәйерле.

 

УҠСЫ

Ҡарарҙарҙы ашығыс ҡабул итмәгеҙ һәм сит-яттарға үҙегеҙгә йоғонто яһарға юл ҡуймағыҙ. Әле һалҡын ҡанлылыҡ менән эш итергә кәрәк. Мөһим эште кесаҙнаға планлаш­тырығыҙ. Ял көндәрен тәбиғәт ҡосағында, тыныс ерҙә үткәрергә кәңәш ителә.

 

ЫЛАҠ

Осор камиллашыу өсөн ҡу­лай. Белем алырға, бизнес асырға, мөһим эштәр менән шө­ғөлләнергә мөмкин. Аҡса йәһә­тенән ҡурҡмағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр. Был аҙнала ҡайһы берәүҙәр мөһим кешеләр менән танышыр.

 

ҺЫУҒОЯР

Аҙна ярайһы уҡ уңышлы бул­маҡсы, айырыуса уның икенсе яртыһы. Ҡулығыҙға мул ғына аҡ­са төшөр. Ҡайһы бер ниәттә­регеҙ барып сыҡмаһа, ҡайғырмағыҙ. Тиҙҙән бының тик яҡшыға булыуын аңларһығыҙ.

 

БАЛЫҠ

“Һәр ялтыраған нәмә алтын булмай”, тигәнде онотмағыҙ. Күптән түгел генә танышҡан кешеләргә ышанып, серегеҙҙе һөйләмәгеҙ. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүе ихтимал. Үҙегеҙҙе ҡулда тоторға, дорфа булмаҫҡа тырышығыҙ.

Читайте нас