Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
16 Февраль 2022, 13:00

Эремсектән бауырһаҡтар

Төшкө сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! Һеҙҙең иғтибарға - үҙенсәлекле рецепт. 

Эремсектән бауырһаҡтар
Эремсектән бауырһаҡтар

Был тәмлекәсте бешереү өсөн 300 грамм эремсек, өс йомортҡа, бер сәй ҡалағы тоҙ, 100 грамм шәкәр, бер сәй ҡалағы сода, үҫемлек майы, 300 грамм он кәрәк.

Әҙерләү:

Эремсеккә йомортҡа, тоҙ, сода, шәкәр һалып һәйбәтләп бутайбыҙ. Үҫемлек майы, он өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы йәйеп ромб йәки түңәрәк итеп киҫәбеҙ. Табала үҫемлек майын ҡыҙҙырып, бауырһаҡтарҙы талғын ғына утта бешерәбеҙ.

Фото: Pinterest

 

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: