Матур үтһен ялығыҙ
18 Февраль 2022, 09:00

Бөгөн - Халыҡ-ара билмән көнө

Бөгөн мотлаҡ рәүештә өҫтәлдә билмән булырға тейеш, ә иң уңайы кис өҫтәл артында ғаилә менән йыйылып билмән эшләп ашауы!

Бөгөн - Халыҡ-ара билмән көнөБөгөн - Халыҡ-ара билмән көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара билмән көнө
Хәҙер байрамдарҙың һәм көндәрҙең ниндәйе генә юҡ?! Баҡтиһәң, 18 февраль - Халыҡ-ара билмән көнө билдәләнә. Кемдәр генә яратмай икән билмәнде, һәр халыҡ уны үҙенсә бешерә. Кемдер ит, икенселәре картуф, хатта ҡабаҡтан, кесерткән, укроптан эшләүселәр ҙә бар. Шулай ҙа беҙҙең өсөн үткәрелгән иткә бер аҙ картуф, һуған, төрлө тәмлекәстәр һалып, йомшаҡ һәм йоҡа ҡамырҙан әҙерләнгәненә етәме ни?!
Бала саҡта билмәнде күмәкләшеп ултырып, ҡул менән бөгөүселәр ҙә булғандыр әле. Хәҙер магазин кәштәләрендә билмәндәрҙең ниндәйе генә юҡ! Хатта билмәндәрҙең йәшеле, һарыһы, ҡыҙылы ла бар... Йәнең теләгәнде һатып ал, әммә үҙ ҡулдарың менән эшләүгә етәме ни...
Халыҡ-ара билмән көнө уңайынан бөгөн өҫтәлдәребеҙҙә яратҡан аш-һыуыбыҙ урын алһын. Билмәндәрегеҙ тәмле булһын!
 
Фотолар:sovkusom.ru
Бөгөн - Халыҡ-ара билмән көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара билмән көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара билмән көнө
Автор:Карима Усманова
Читайте нас