-11 °С
Болотло
Грек салаты рецебын тәҡдим итәбеҙ.
Бының өсөн өс помидор, ике ҡыяр, бер болгар боросо, 100 грамм зәйтүн, 150-200 грамм фета сыры, бер баш ҡыҙыл һуған, бер аш ҡалағы лимон һуты, тоҙ, борос, орегано тәмләткесе, зәйтүн майы кәрәк.
Һуғанды нәҙек итеп киҫәбеҙ. Йәшелсәләрҙе турап һауытҡа һалабыҙ. Өҫтөнә һуған, ҡырҡылған сыр, зәйтүн майы, лимон һуты, тоҙ, борос, орегано һалып бутайбыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: eda.ru