Бөтә яңылыҡтар

Яҙ етте... Йылмайығыҙ!

Йылмайыу - яҙ билдәһе икәнлеген онотмайыҡ әле, дуҫтар.

Яҙ етте... Йылмайығыҙ!
Яҙ етте... Йылмайығыҙ!

Яҙ етеү менән күңелдәр нурға тулыша, нисектер һәр саҡ йылмайғы килеп торғандай тойола. Юҡҡамы ни, йылмайыу - яҙ билдәһе, тип әйтмәйҙәр. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә ҡарата йышыраҡ йылмайып, күңелдәребеҙгә нур өҫтәп, йылылыҡ бүләк итәйек әле.

Эштән һуң өйгә йәйәү ҡатырға тырышығыҙ. Нервы көсөргәнешлеге кәмер, кәйефегеҙ күтәрелеп китер. Өйөгөҙгә юлығыҙ йыраҡ булһа, шул араның бер аҙын йәйәү үтегеҙ. Әлбиттә, ҡулығыҙҙа ауыр сумкалар булмауы шарт. Аҙыҡ-түлекте йәшәү урынына яҡыныраҡ ерҙән алығыҙ.

Йөрөгәндә аяҡ табанына, ҡулдар хәрәкәтенә иғтибар итегеҙ, уларҙы мөмкин тиклем йомшартыу зарур. 4-5 аҙым дауамында һулыш алығыҙ. 6-7 аҙым дауамында һулышты сығармағыҙ. Аҙымды һанап эстән генә йыр көйләп барыу ҙа кешене тынысландыра.

Әгәр юлығыҙ баҡса, сәскәләр янынан үтә икән, аҙымығыҙҙы әкренәйтегеҙ, аҙға ғына булһа ла туҡталып, тирә-яҡҡа, гүзәллек донъяһына күҙ һалығыҙ. Был ваҡытта күҙҙәрегеҙ ял итер. Бер аҙҙан аҙымдарығыҙҙы тиҙләтеп атлағыҙ, мускулдарығыҙ ныҡ хәрәкәтләнһен.

Әгәр һеҙ юғары ҡатта йәшәйһегеҙ икән, лифтҡа ултырырға тырышмағыҙ, баҫҡыстан йәйәү күтәрелергә кәрәк. Ҡултыҡсаға тотонмайынса, алға эйелмәйенсә, башты түбән эймәйенсә, төҙ атлап менегеҙ. Ашыҡмайынса тигеҙ атлағыҙ.

Бына һеҙ өйгә ҡайтып еттегеҙ. Ҡыңғырау төймәһенә баҫҡас, йылмайығыҙ. Һеҙҙе күреүгә, өйҙәгеләрҙең күңеле күтәрелеп китһен.

Фото:ru.freepik.com.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: