ҠУҘЫ
Күп аралашырға тура килер. Үҙегеҙҙе ҡулда тотоу өсөн тырышлыҡ һалығыҙ. Мөһим ҡарар ҡабул иткәндә артыҡ икеләнмәгеҙ, сөнки эске тойомлауығыҙ алданыуға юл ҡуймаҫ. Аҙна һеҙҙән күп көс талап итә.
БУҒА
Ашығыу ҡамасаулар. Тормошоғоҙҙо үҙгәртеп ҡора башламаҡсыһығыҙ. Бер яҡтан, был файҙаға булыр, тик яулаған азатлыҡ яуаплылыҡ та өҫтәй бит әле. Быға әҙер булһағыҙ, тәүәккәлләгеҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Эштәрегеҙ уңышлы барһын өсөн нимәнәндер баш тартырға тура килер. Был аҙнала һеҙҙе ҙур үҙгәрештәр көтә. Башлыса улар карьераға бәйле булыр. Ашығыс ҡарар ҡабул итмәгеҙ. Әҙерәк көтөү хәйерлерәк.
ҠЫҪАЛА
Тәүәккәллек етмәй. Бер нәмәгә лә ҡыҫылмай, етди ҡарарҙар ҡабул итмәй генә йәшәү мөмкин булһа, был аҙнаны шулай үткәрегеҙ. Дуҫтарығыҙ менән аралашыу өсөн уңайлы ваҡыт. Сәбәп табып, уларҙы ҡунаҡҡа саҡырырға ла мөмкин.
АРЫҪЛАН
Һәр эште кем менәндер килешеп атҡарырға тура килер. Хатта үҙаллы шөғөлләнгән хәлдә лә. Был әҙерәк кәйефегеҙҙе ҡырыр. Юлда йөрөгәндә, электр йыһаздары менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ.
ҠЫҘ
Мөмкинлектәр киң, тәҡдимдәр күп буласаҡ. Тик барыһын да һаҡсыллыҡ менән ҡабул итегеҙ. Артабанғы тормошоғоҙҙа мөһим урын биләрлек кеше менән танышырһығыҙ.
ҮЛСӘҮ
Был осорҙа еңел юл эҙләмәгеҙ. Ул, киреһенсә, көтөлгәндән ҡатмарлыраҡ булып сығыр. Дорфа булмағыҙ, бер ғәйепһеҙ кешене рәнйетеүегеҙ бар. Һаулыҡты ҡайғыртыр мәл.
САЯН
Ҙур проекттарға тотонмайыраҡ тороғоҙ. Тиҙ һәм еңел башҡарыла торған эш алығыҙ. Шәхси тормошта эргәгеҙҙәге кешенең азатлыҡҡа ынтылыуы йәнегеҙгә тейер. Ләкин уның был теләген сикләмәгеҙ. Яйлап барыһы ла үҙе юлға һалыныр.
УҠСЫ
Һәр аҙымды алдан уйлап, үлсәп ултырыр ваҡыт түгел. Ҡарарҙарҙы шунда уҡ ҡабул итеү мотлаҡ. Эштәрегеҙҙе ни тиклем шәберәк хәл итһәгеҙ, уңыш та шул тиклем тиҙерәк килер. Көтмәгәндә ремонт башлауығыҙ бар.
ЫЛАҠ
Башҡаларға оҡшамаған уй-фекерҙәрегеҙ шәхси тормошта һәйбәттер ҙә, ә бына эштә нимә ҡушһалар, шуны үтәргә кәрәк. Башбаштаҡлыҡ күрһәтмәгеҙ. Балаларығыҙ бар икән, уларҙы сикләп маташмағыҙ.
ҺЫУҒОЯР
Ҡатмарлы эш йөкмәтергә самалайҙар. Алдан уҡ баш тартырға әҙерләнегеҙ. Кредит йә бурысҡа аҡса алыуҙан тыйылығыҙ. Яҡын кешегеҙ менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуы ихтимал. Ҡысҡырып, бер-берегеҙҙе кәмһетеүгә юл ҡуймағыҙ.
БАЛЫҠ
Эшегеҙҙә килеп тыуған ҡыйынлыҡтар арҡаһында бар нәмәгә ҡул һелтәү теләге тыуыр. Ләкин төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Дуҫтарығыҙ, туғандарығыҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ.