Бөтә яңылыҡтар

Байрам табынына – салаттар

һәммәһе лә тәмле, туҡлыҡлы, үҙенсәлекле. Һеҙҙең иғтибарға еңел генә салат рецепттары тәҡдим итәбеҙ.

Байрам табынына – салаттар
Байрам табынына – салаттар

Үҙегеҙ яратып эшләгән, ғаиләгеҙ маҡтап ашаған салаттарҙы байрам өҫтәленә үҙенсәлекле итеп бирергә мөмкин. Мәҫәлән, һәр хужабикә белгән “Мимоза”, “Гранатлы беләҙек” кеүек салаттарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамына тура килтереп, 8 һаны рәүешендә эшләп ҡарағыҙ – өҫтәлгә шунда уҡ байрамса биҙәк өҫтәлер.

Һеҙҙең иғтибарға еңел генә салат рецепттары тәҡдим итәбеҙ. Уларҙы ла үҙ фантазияғыҙҙы эшкә егеп, үҙенсәлекле итеп биҙәй алаһығыҙ.

“Көнбағыш” салаты

300 грамм тауыҡ итен бешереп турарға һәм тәрилкәгә йәйеп һалырға. Икенсе ҡатҡа 300 грамм тирәһе бәшмәкте майҙа ҡыҙҙырып һалырға (шампиньон яҡшыраҡ була). Киләһе ҡат – ҡырғыс аша үткәрелгән өс йомортҡа. Уның өҫтөнә 100 грамм тирәһе ҡаты сыр һалырға. Һәр бер ҡат араһын майонез менән һылап барырға кәрәк. Артабан инде өҫтөнә йомортҡа һарыһы һибеп, зәйтүн емеше менән биҙәргә, көнбағыш сәскәһенә оҡшатып, ситенән чипсы менән уратып алырға ғына ҡала.

Француз салаты

Был салат өсөн бер алма, бер кишер, ике йомортҡа, 30 грамм ҡаты сыр, 30 грамм башлы һуған, майонез кәрәк. Һуғанды ярым түңәрәк итеп ҡырҡып, өҫтөнә эҫе һыу һалып, әсеһен бөтөрөргә. Яҡшылап һарҡытҡас, өҫөнә майонез һыларға. Икенсе ҡатлам - ҡырғыстан ҡырылған кишер һәм майонез. Өсөнсө ҡат – ҡырғыс аша үткәрелгән бешкән йомортҡа һәм майонез. Унан тағы ла ҡырғыстан үткәрелгән кишер һәм майонез. Һуңғы ҡатлам - ҡырғыстан ҡырылған алма һәм сыр. Был салат бик тәмле һәм шул ваҡытта еңел.

Итле салат

Туҡлыҡлы ла, тәмле лә был салат өсөн 400 г бешкән һыйыр ите, 400 г бешкән картуф, 400 г бешкән сөгөлдөр, 300 г корейса кишер, бер алма, 250 грамм майонез кәрәк.

Беренсе ҡат – ваҡ итеп туралған ит, икенсеһе – ҡырҡыс аша үткәрелгән алма, майонез, өсөнсө - ҡырылған картуф, майонез, дүртенсе ҡат - ҡырылған сөгөлдөр, бишенсе - корейса кишер һәм майонез.

Фото: povar.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: