Бөтә яңылыҡтар

"Мәҙәни ял көндәре" ниҙәр тәҡдим итә?

7, 8 мартта Өфө һәм республика тамашасыларын көткән мәҙәни саралар исемлеге - яҙмала.

"Мәҙәни ял көндәре" ниҙәр тәҡдим итә?
"Мәҙәни ял көндәре" ниҙәр тәҡдим итә?

8 мартҡа тиклем "Мәҙәни ял көндәре" Бөтә Рәсәй акцияһы үткәрелә, ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнала. Музейҙар, филармониялар, концерт ойошмалары, китапханалар, кинозалдар тамашасылар өсөн алты меңгә яҡын тематик сара әҙерләгән.

7 март саралары Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арнала.

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе балаларға һәм буласаҡ әсәләргә "Музыканы йөрәгең менән тыңла" абонементы сиктәрендә "Һәр ваҡыт булһын әсәй!" тип аталған байрам программаһын тәҡдим итә.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында "Нимә тураһында... ҡатындар?" байрам концерты 18.00 сәғәттә башлана.

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тамашасыларға М. Багаевтың "Аҡса булһа бер муҡса..." комедияһын тәҡдим итә. 18.00 сәғәттә башлана.

Рус академия драма театры "Фигаро никахы" тигән мауыҡтырғыс повесты сәхнәгә сығара. Спектакль 18.00 сәғәттә башлана.

Акцияның һуңғы көнө — 8 март — "Һиңә, һөйөклөм" тигән исем алған. Мәҙәниәт учреждениелары тамашасыларҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн бергә байрам итергә саҡыра.

8 мартта Туймазы татар драма театры артистары "Һин, һөйөклөм!" акцияһы сиктәрендә ҡала урамдарында гөлләмәләр бүләк итәсәк.

Башҡортостандың Милли музейында "Мәҙәни ял көндәре" акцияһы сиктәрендә түбәндәге программа планлаштырылған:

"Ҡатын-ҡыҙ донъяһы" экскурсияһы.

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, онлайн лекторий. Ҡатын-ҡыҙҙарға инеү бушлай.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры байрам кисен М. Кәрим пьесаһы буйынса ҡуйылған "Ҡыҙ урлау" музыкаль комедияһын ҡарап үткәрергә саҡыра. Тамаша 18.00 сәғәттә башлана.

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡортостан дәүләт филармонияһы солисы Искәндәр Ғәзизов ҡатын-ҡыҙҙарға 8 мартҡа арналған "Онотмағыҙ" тигән концерт программаһын тәҡдим итә. 18.00 сәғәттә башлана.

Милли йәштәр театры был көндә иң сағыу премьера спектаклдәренең береһен — В. Константиновтың "Һаҡалдағы һоро сәс йәки Имеретиянан кәләш" комедияһын күрһәтәсәк.

8 мартта Өфө "Нур" татар театрында Ш. Камалдың "Хажи әфәнде өйләнә" спектакле сәхнәләштерелә. 19.00 сәғәттә башлана.

8 мартта Рус академия драма театрында Н. Птушкинаның "Ул үлеп барғанда" лирик комедияһы геройҙары менән бергә күңелле сәғәттәр үткәрергә мөмкин. 18.00 сәғәттә башлана.

Бынан тыш, ҡайһы бер музейҙар 8 март байрамында бушлай инеү мөмкинлеге тәҡдим итә. Улар араһында — Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейы, Башҡортостан Милли музейы, Хәрби дан музейы.

Был көндә Хәрби Дан музейына килгән ҡатын-ҡыҙҙар 1941 - 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына арналған тематик экспозиция һәм "Афғанстан: Йылдар, хәтер, яҙмыш", шулай уҡ "Герой портреты" күргәҙмәләре менән таныша аласаҡ.

Башҡортостандың бөтә ҡала һәм райондарында ял көндәрендә төрлө мәҙәни саралар үткәрелә.

Акция хештегтары: #ГодКультурногоНаследияНародовРоссии, #ГодКультурногоНаследия, #КультурныеВыходные, #ВеснеДорогу, #ВстречаемВесну, #Вамлюбимые, #8марта #Международныйженскийдень.

Фото: koffkindom.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: