Шаран районының ЗАГС бүлеге белгес-эксперты Гүзәл Хәлилова биләмәлә үткәрелгән “Мисс Шаран-2022” милли матурлыҡ һәм талант конкурсында еңеү яуланы.
Күңелле сара Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан район мәҙәниәт йортонда өс этапта үтте. Финалда төрлө милләт вәкилдәре – башҡорт, татар, рус, мари, сыуаш ҡыҙҙары милли кейемдәре, ижади сығыштары менән тамашасыларҙы һоҡландырҙы, викторина һорауҙарына яуап бирҙе.
Жюри һылыуҡайҙарҙы төрлө сифаттар – үҙ халҡының мәҙәниәтен һәм традицияларын асыу оҫталығы, актерлыҡ һәләте, телмәр тасуирлығы, миллилек, үҙенсәлекле сығышы буйынса баһаланы.
Конкурстың еңеүсеһе тип Шаран һылыуҡайы – ЗАГС бүлеге белгесе Гүзәл Хәлилова танылды. Беҙ уны тәүге еңеүе һәм Яҙ байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Фото: БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.