Бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров "Инстаграм"да Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарын байрам менән ҡотлап, иң яҡшы теләктәрен еткерҙе.
“Мине һәр ваҡыт ҡатын-ҡыҙҙарҙың әллә күпме сүрәттә була алыуы һоҡландыра: ҡыҙ, әсә, өләсәй, һөйөклө һәм яратҡан ҡатын, ышаныслы хеҙмәткәр, көслө етәксе, сәйәсмән һәм эшҡыуар. Һеҙгә бөтә мәсьәләләрҙә лә таянырға була. Һеҙҙең нескәлегегеҙ артында ҙур көс йәшеренгән. Һеҙ ҡыйыу рәүештә теләгән бер, хатта иң ҡатмарлы эшкә тотонаһығыҙ, беҙҙең менән, ирҙәр менән, тыуған илдең киләсәге, ғаилә һәм балалар өсөн яуаплылыҡты уртаҡлашаһығыҙ.
Бөгөн, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә, мин тағы ла бер тапҡыр һеҙгә рәхмәт әйтергә һәм бөтә йөрәктән ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, күңел йылылығы, ғаилә именлеге һәм һәр ваҡытта шулай сағыу һәм ҡабатланмаҫ булып ҡалыуығыҙҙы теләйем. Ә беҙ, республика етәкселеге, илдең йәшәү өсөн иң уңайлы төбәген булдырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эште дауам итәсәкбеҙ. Әгәр һеҙ, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар, бәхетле булһағыҙ, беҙҙең эштәр ҙә яйлы барасаҡ.
Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар!"
Фото: шәхси архивтан.