Бөтә яңылыҡтар

Өйҙөрәкбаштар берҙәмлек күрһәтте

Көсөргәнешле саңғы ярышы ҡыҙыулығы менән Олимпия уйындарынан һис кәм булмағандыр...

Өйҙөрәкбаштар берҙәмлек күрһәтте
Өйҙөрәкбаштар берҙәмлек күрһәтте

Благовар районының Өйҙөрәкбаш ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы ойошторолған йомғаҡлау сараһы үтте. Күркәм байрамға райондың бөтә мөйөштәренән халыҡ берҙәм йыйылды. Сарала район хакимиәте башлығы Марат Йосопов, йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Мең ырыуы” йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов, шулай уҡ динb конфессиялар вәкилдәре ҡатнашты.

Байрамға килгән ҡунаҡтар хуш еҫле Благовар ҡаласын тәмләгәндән һуң Өйҙөрәкбаш ерен данға күмгән яҡташтары - генерал Хажиәхмәт Ишбулатов һәм Советтар Союзы Геройы Хәмит Әһлиуллин һәйкәлдәренә сәскә һалды. Мәҙәниәт йортонда шау-гөр килеп концерт барған арала ауыл эргәһендә саңғы ярышы дауам итте. Көсөргәнешле уҙыштар ҡыҙыулығы менән Олимпия уйындарынан һис кәм булмағандыр. Саңғысылар сараға бик етди әҙерләнгән.

Балалар һәм үҫмерҙәргә күңелһеҙләнергә форсат булманы. Квест-уйын һәм күңелле старттар уларҙы үҙенә ылыҡтырҙы. Өлкәнерәктәр пневматик винтовканан атып, мәргәнлектә көс һынашты. Район учреждениелары тарафынан ойошторолған биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе лә яҡташтарҙың иғтибарын йәлеп итте.

Жюри саңғы ярышында еңеүселәрҙе билдәләгәндән һуң, уларға бүләктәр тапшырҙы. Бер нисә ай буйына сараға әҙерләнгән өйҙөрәкбаштарҙың тырышлығы  бушҡа булманы, улар үҙҙәренең берҙәмлеген, хеҙмәт һөйөүсәнлеген, тарих биттәренә һаҡсыллығын, байрамдарҙы юғары кимәлдә үткәреү оҫталығын иҫбатланы.

Марат Йосопов фотолары.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: