Макарон ризыҡтары ҡайнағанда крахмал бүленеп сыға. Был аҡһыл төҫтәге һыуҙы ашнаҡсылар үҙҙәренсә "шыйыҡ алтын" тип йөрөтә икән. Ни өсөнмө?
Уның ярҙамында икенсе блюдоларға телде йоторлоҡ соустар әҙерләргә мөмкин. Әйткәндәй, макарон һыуы ҡушылған соус ҡуйы һәм төйөрһөҙ килеп сыға. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, май һәм һыуҙан соус әҙерләгәндә, компоненттар үҙ-ара берегә алмай. Ә әлеге һыуҙы бер-ике ҡалаҡ өҫтәп ебәргәндә, составында крахмал булғанлыҡтан, шыма ғына, тәмле соус килеп сыға.
Һыуыҡ һыу менән йыуылмаған хәлдә лә, бешкән макаронда крахмал ҡатламы ҡала, шунлыҡтан уға өҫтәлгән паста-соус тәмлерәк тойола.
Фото: lifehacker.ru