Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
13 Март 2022, 10:00

Таңһылыуҙың балаҫтары таң ҡалмалы!

Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында йәшәгән Таңһылыу Ҡарағолова халҡыбыҙҙың матур кәсебенә тотонған. 

Таңһылыуҙың балаҫтары таң ҡалмалы!
Таңһылыуҙың балаҫтары таң ҡалмалы!

Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында йәшәгән Таңһылыу Ҡарағолова, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, үҙен балаҫ һуғыу оҫтаһы тип таныта бара. Эштәре менән интернет селтәрендә лә уртаҡлаша, күптәр уның һуҡҡан балаҫтарын күреп, һоҡланыуын белдерә, халҡыбыҙҙың матур кәсептәренең береһенә тотонған ханымға уңыштар теләй.

Был кәсепте уңған ҡатын пандемия осоронда башлап ебәргән. Өләсәһенән һәм әсәһенән күреп үҫкән шөғөлгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу күңелендә һәр ваҡыт йәшәй, әммә береһенән-береһе бәләкәс балалар, йорт-ҡура мәшәҡәте менән был уйы гел артҡа шыла килә. Өсөнсө балаһы – әле йәш ярымлыҡ булып йүгереп йөрөгән Ғаяз улы менән декрет ялына сыҡҡас, күңелендәге уйын тормошҡа ашырырға тәүәккәлләй. Таңһылыуҙың ниәтен тормош юлдашы Рушан да хуплай һәм улар интерент аша Әбйәлил районында балаҫ һуғыу станогы һатылыуын белеп, алып ҡайта. 

– Ҡәҙимге ҙурлыҡтағы диван япмаһы һуғыуға бер ай, ай ярым ваҡыт китә. Ултырғыс япмалары, әлбиттә, тиҙерәк башҡарыла. Беҙҙең яҡта элек-электән башлыса буй балаҫтар һуҡҡандар. Мин Дим буйы башҡорттарының сағыу биҙәкле балаҫтарын өйрәнеп, уларҙағы аҫаларҙы үҙләштерәм. Әлегә үҙемде оҫта балаҫ һуғыусы тип һанамайым, өйрәнергә, үҫергә лә үҫергә әле Алла бирһә, – ти Таңһылыу.   

Ҡатынының шөғөлөн һәр йәһәттән хуплап торған Рушан тағы бер станок яһап биргән: быныһы йәтеш кенә, өҫтәлгә ҡуйып эшләү өсөн уңайлы.

– Башҡарған эшеңә күптәр ҡарап һоҡланһа ла, ысынбарлыҡта мәшәҡәтле генә шөғөл ул – балаҫ һуғыу. Өҫтәл станогы янында баҫып эшләһәң – аяҡҡа көс төшә, ҙур станок артында оҙаҡ ултырһаң – арҡа ауырта башлай. Шулай ҙа бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, эшләге килеп кенә тора. Шөғөлөм күңелемде үҫтерә, шуға күрә һәр яңы балаҫымды ихлас итеп, рәхәтләнеп һуғам, – ти Бөрйән ҡыҙы. 

Тилбер ҡулдарың талмаһын, күңел матурлығыңдың сағылышы булған аҫыл балаҫтарың йәйғор төҫтәре менән балҡып, уларҙы эшләтеп алған кешеләрҙең донъяһына нур һәм ҡот өҫтәһен!

Фотолар Т. Ҡарағолованың шәхси архивынан. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: