Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
18 Март 2022, 11:37

ЙОНДОҘНАМӘ   (21 – 27 март)

pixabay.com
Фото:pixabay.com

ҠУҘЫ

Тормоштоң мәғәнәһе тура­һын­да йыш уйлана башлар­һы­ғыҙ. Был төп эшегеҙгә ҡамасау­лар. Фәл­сәфәгә ныҡлы бирел­мәйенсә, үҙ бурыстарығыҙҙы теүәл үтәргә тыры­шығыҙ. Яҡын кешеләрегеҙҙең дә һеҙҙең насар кәйефегеҙҙән арыуы ихтимал.

 

БУҒА

Барлыҡ ихтыяр көсөн туплап, маҡсатығыҙға ҡарай йүнәлегеҙ. Юлығыҙҙа ҡаршылыҡтар осра­ған хәлдә лә артҡа сигенмәҫкә кәңәш ителә. Был аҙна мөхәббәт тойғоһон белдереү, бығаса ҡыйыулыҡ етмәгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн уңайлы.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Көн дә бер нәмә менән шөғөл­ләнһәгеҙ, тормошоғоҙҙа һис ни үҙ­гәрмәҫ, күңелһеҙлек дауам итер. Шуға күрә һәр эшкә ижади ҡарарға тырышығыҙ. Матди хәлегеҙҙе яҡшыр­тырға уйлайһығыҙ икән, авантюраға бармау хәйерле, юғиһә ниәтегеҙҙең кире һөҙөмтә биреүе ихтимал.

 

ҠЫҪАЛА

Күңелегеҙҙе шикләнеү, үҙ кө­сөгөҙгә ышанмау тойғоһо биләп алыр. Бының менән үҙегеҙҙе лә, янығыҙҙағы кешеләрҙе лә ыҙала­тып бөтөрһөгөҙ. Әле яңы эшкә тотонмай тороуығыҙ хәйерле. Һөйгән кеше­геҙгә бер нимә лә вәғәҙә итмәгеҙ.

 

АРЫҪЛАН

Был арала һәр йәһәттән тыныс булырға тырышығыҙ. Себен­дән дөйә яһап, ыҙғышҡа юл ҡуй­мағыҙ. Эш менән ғаиләне бергә бутамау хәйерле. Яҡын кешегеҙ менән ара­ғыҙҙа килеп тыуған аңлашыл­маусан­лыҡтың төп сәбәбе – һеҙҙең саманан тыш ваҡсыл булыуығыҙ.

 

ҠЫҘ

Тәкәбберлек бихисап күңел­һеҙ­лек килтерер. Тәнҡитте дөрөҫ ҡабул итеү күп мәсьәләләрҙе яйға һалырға ярҙам итер. Йәре­геҙгә буш-юҡтан дәғүә белдермәгеҙ, уны өйрәтергә тырышмағыҙ. Юғиһә ыҙғыштың оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал.

 

ҮЛСӘҮ

Был аҙнала тормошоғоҙҙа барыһын да үҙгәртергә тыры­шыр­һығыҙ. Дыуамал ҡарарҙар­ҙан һаҡ булығыҙ. Әйтергә те­ләгәнегеҙҙең барыһын да ярып һалмағыҙ, юғиһә күп нәмәне юғалтыуығыҙ бар.

 

САЯН

Көсөгөҙгә ышанысығыҙ бөтөп, талсығыуығыҙ ихтимал. Был бер аҙ көсөргәнеш тыуҙырыр, моға­йын. Һөнәри эштә төшөнкө­лөккә бирел­мәгеҙ. Аҙна аҙағында тормошоғоҙҙа сағыу ваҡиға көтөгөҙ. Күптәнге проблеманы хәл итеү юлын табырһығыҙ.

 

УҠСЫ

Башҡаларҙың етешһеҙлегенән көлмәгеҙ, холоҡ-фиғелен тик­шер­мәгеҙ, ғәмәлдәрен инҡар итмәгеҙ. Ғәҙелһеҙлек күренеш­тәренә ша­һит булған хәлдә лә тыныслыҡ һаҡ­ларға тырышығыҙ. Һөйгән кешегеҙ­ҙең теләктәрен үтәү хистәрҙе көсәйтеп ебәрер.

 

ЫЛАҠ

Үҙ көсөңә ышанмау осоро артта ҡалды. Эшкә яңы дәрт менән тотоноу зарур. Ижади фекерлә­үе­геҙ лайыҡлы баһаланыр. Той­ғо­ларҙы бутама­ғыҙ. Мөхәббәт тип уйла­ғанығыҙ­ҙың дуҫлыҡ тойғоһо ғына булыуы ихтимал.

 

ҺЫУҒОЯР

Һеҙҙең әлеге маҡсатығыҙ – һәр йәһәттән алдынғылыҡҡа өл­гәшеү. Шул уҡ ваҡытта авантюранан ситтә торорға кәңәш ителә. Барыһын да планлаштырырға һәм үлсәп башҡарырға кәрәк. Шул саҡта ғына уңыш ҡаҙанырһығыҙ. Һөйгәнегеҙгә бүләк бирһәгеҙ, мөнәсәбәтегеҙ тағы ла йылыныр.

 

БАЛЫҠ

Үҙегеҙҙе күрһәтергә тырыш­мағыҙ – абруйығыҙҙы һаҡлағыҙ. Хаталаныуҙан ҡурҡмағыҙ. Әгәр ниҙер килеп сыҡмай икән, һығымта яһап, эшкә яңынан тотоноғоҙ. Һөнәри оҫталығығыҙ лайыҡлы баһаланыр.

Читайте нас: