Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
19 Март 2022, 09:00

Ә һеҙ сөсө икмәкте нисек бешерәһегеҙ?

"Уны һирәкләп булһа ла бешереп алабыҙ һәм бала саҡҡа ҡайтып әйләнгәндәй булабыҙ..." Рецебы - яҙмала.

Ә һеҙ сөсө икмәкте нисек бешерәһегеҙ?
Ә һеҙ сөсө икмәкте нисек бешерәһегеҙ?

Баймаҡ районынан оҫта ханымдарҙың береһе Гөлгөнә Байегетова "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә иғтибарҙы йәлеп иткән сираттағы яҙмаһын ҡуйҙы.

"Бөгөн дә сөсө икмәк тураһында яҙып үтергә булдым. Йыл һайын бер-ике тапҡыр бәйән итһәм дә, әле һаман уны нисегерәк бешереү хаҡында һораусылар бар. Бына бөгөн дә шундай үтенес белдерелгән хат алғас, яҙырмын тип вәғәҙә бирҙем.

Иң тәүҙә шуны әйтеп үтер кәрәк: сөсө икмәк беҙҙең быуын кешеләре өсөн ашамлыҡ ҡына түгел, ә бала саҡ, әсәй тураһында хәтер, иҫтәлек. Хәҙерге заманда ашайым тиһәң ризыҡ күп, шулай ҙа һирәкләп булһа ла танһыҡҡа сөсө икмәк бешереп алабыҙ һәм бала саҡҡа ҡайтып әйләнгәндәй булабыҙ...

Әлеге ваҡытта сөсө икмәкте йышыраҡ нисек бешерәм - шулай яҙам. Йомшаҡ та, тәмле лә килеп сыға. Ошолай йоморо өлөштәргә бүлеп эшләйем.

Сөсө икмәкте кибет кефирында бешерҙем, ойоған һөт тә бара. 500 грамлыҡ пакеттағы кефирға ярты балғалаҡ сода һалдым, бер балғалаҡ тоҙҙо ярты стакан ҡайнар һыуҙа эретеп ҡуштым, ярты стакандай көнбағыш майы (йәки ике-өс аш ҡалағы һары май), самалап еткән тиклем иләнгән он ҡушып, йомшаҡ ҡамыр баҫтым. Уны йоморо өлөштәргә бүлеп, әҙерәк кенә йәйә биреп, табаға теҙеп һалғас, сәнске менән уртаһынан тишкеләп сығып, ҡыҙыу мейескә (180 градус) бешерергә ҡуябыҙ. Сөсө икмәктең әҙер булыуы өйгә тәмле еҫтәр таралыуынан беленә, ярты сәғәт тирәһе ваҡыт эсендә бешеп сыға. Йомшаҡ ҡына үҙҙәре, һары май һәм һөт менән бигерәк тә тәмле!"

Ә һеҙ, уңғанбикәләр, сөсө икмәкте нисек бешерәһегеҙ?

Фото Гөлгөнә Байегетованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Ә һеҙ сөсө икмәкте нисек бешерәһегеҙ?
Ә һеҙ сөсө икмәкте нисек бешерәһегеҙ?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: