Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
23 Март 2022, 12:00

Сәйгә тәмлекәс

Гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы, оҫта хужабикә һәм баҡсасы Гөлгөнә Байегетова еңел әҙерләнә торған торт рецепты тәҡдим итә.

Сәйгә тәмлекәс
Сәйгә тәмлекәс

"Еңел әҙерләнә торған, үтә лә тәмле булған "Ростов" тортының рецебы менән бүлешеп китәм, үҙем дә бешереп тәмләп ҡараным, һеҙгә лә тәҡдим итәм", - ти Гөлгөнә ханым.

Кәрәк :

- 200 грамм аҡ май;

- 1,5 - 2 стакан шәкәр ҡомо (йәки 300 грамм);

- 500 грамм ҡаймаҡ (кибет ҡаймағы булһа, 20-30% );

- 2 стакан он (йәки 300 грамм);

- 1 сәй ҡалағы ҡабартҡыс;

- 1 пакет ванилин.

Торттың өҫтөн биҙәр өсөн үҙегеҙгә оҡшаған шоколад алығыҙ.

Ныҡ туң булмаған, йомшағыраҡ 200 грамм һары майға 300 грамм шәкәр ҡомон ҡушып, миксер менән әйләндерергә. Шуға ҡаймаҡ ҡушып, шәкәр ҡомо эрегәнсе болғатырға.

Массаны икегә бүлергә, береһенә ванилин ҡушырға, был крем була, һыуыҡҡа ҡуйып торорға. Ҡалған яртыһына ике стакан (йәки 300 грамм) иләнгән он, ҡабартҡыс ҡушып ҡамыр эшләргә.

Ҡамырҙы майлы табаға һалып, 180° ҡыҙыулыҡта 30-40 минут эсендә бешереп алырға.

Бешеп сыҡҡан тортты һыуытырға ла ике-өс өлөшкә арҡырыға йоҡартып киҫергә. Һыуыҡ кремды бүленгән өлөштәр араһына күп кенә итеп һөртөп, шоколадты ҡырғыс аша ҡырып, торттың өҫтөн биҙәргә. Берәй сәғәткә һыуыҡҡа ҡуйып торорға, йәки төнгөлөккә лә ҡалдырырға мөмкин.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото һәм видео Гөлгөнә Байегетованың шәхси архивынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: