+16 °С
Болотло
Был ризыҡты әҙерләү ысулы бик ябай, әммә ул һәр табынға йәм бирә ала. Бының өсөн әҙер, таҙартылған селдь балығын алырға кәрәк. Әҙерлек балыҡты сама менән алынған үҫемлек майы, гәрсис, һеркә, ҡара борос менән бергә бутап һалып торабыҙ.
Картуфты бөтәүләй бешереп алғас, бер аҙ һыуытабыҙ һәм ҡалаҡ менән эсен соҡоп, өң яһайбыҙ. Унда маринадланған балыҡты тултырабыҙ. Өҫтөн аҙ ғына картуф иҙмәһе менән ҡаплап, йәшел тәмләткестәр менән биҙәп, өҫтәлгә ҡуябыҙ.
Был ризыҡты байрам табынына ла ҡуйырға мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Ok.ru