Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
25 Март 2022, 13:00

Иҫәкәйҙәр балаҫ һуға

Ҡул  эштәре оҫтаһы  Флүрә апай балаҫ һуғыу серҙәрен  ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға өйрәтергә килде.

Иҫәкәйҙәр балаҫ һуға
Иҫәкәйҙәр балаҫ һуға

Яҡташтарының бөтә йорт-ҡура мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып тороп, ҡул эштәрен өйрәнеүгә ихлас тотонған ҡатын-ҡыҙҙарға  һоҡланыуын белдергән Мәҙинә Алтынбаева.

Һеҙҙә балаҫ һуғалармы?
Беҙҙә балаҫ һуғалар.
Эшләйҙәр ҙә, йырлайҙар ҙа,
Беҙҙә ҡыҙҙар уңғандар.

Балаҫ һуғыу – халҡыбыҙҙың боронғо милли шөғөлдәренең береһе. Элек ҡыҙҙарҙы кейәү йортона оҙатҡан саҡта мотлаҡ рәүештә бирнәлек балаҫ һалғандар. Келәм һуғыу кеүек боронғо халыҡ кәсебе тамырҙары менән йыраҡҡа китә. Элек был һөнәр тормошта бик кәрәкле булған. Һәр ҡатын-ҡыҙ уны күңел йылыһын биреп башҡарған.

Ишембай районының Иҫәкәй ауылында йәшәгән  ҡул эштәре оҫтаһы  Флүрә апай балаҫ һуғыу серҙәрен  ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға өйрәтергә килде. Тәүге көндө ептәргә бәйле эштәр башҡарылды. Был һөнәрҙең өйрәнәһе  нескәлектәре күп икән! Бик мауыҡтырғыс шөғөл икән балаҫ һуғыу!

Башҡорт балаҫтары матур,
Оҫта итеп һуғайыҡ.
Күҙҙең яуын алһын тиһәк,
Сағыу ептәр ҡуяйыҡ.

Мәҙинә Алтынбаеваның теләктәренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ, иҫәкәйҙәрҙең дәрте башҡаларға ла күсһен!

Автор фотоһы.

Иҫәкәйҙәр балаҫ һуға
Иҫәкәйҙәр балаҫ һуға
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: