Уны әҙерләү өсөн беҙгә кәрәк:
ике йомортҡа
дүрт ҡалаҡ шәкәр
100 грамм һөт
ике ҡалаҡ аҡ май
400 грамм он
бер стакан үҫемлек майы
Эш барышы:
Ондо йомортҡалар менән буташтырабыҙ. Ҡайнар һыу боҫонда иретелгән аҡ майға шәкәр ҡушып иҙеп, онға ҡушабыҙ. Иң һуңынан һөт өҫтәп уны баҫабыҙ. Ҡамырҙы һыуытҡыста 15 минуттай тотҡас, йоҡа итеп - 2 мм - йәйәбеҙ. Фигуралар ҡырҡа торған бысаҡ ярҙамында дүртмөйөштәр киҫәбеҙ. Уларҙың уртаһында ҡырҡым яһайбыҙ һәм шуның аша дүртмөйөштөң икенсе осон тартып сығарабыҙ. Кетерҙәктәрҙе бешереү өсөн тәрән таба йә кәстрүл файҙаланыла. Һәр яғын 10-15 секунд - алһыуланғансы тоторға кәрәк. Майҙы ныҡ ҡыҙҙырып ташламағыҙ: кетерҙәктәр көйәсәк.
Табынға бирер алдынан уға шәкәр пудраһы һибергә мөмкин.
Фото: kartinkin.net