ҠУҘЫ
Күптәнге ваҡиғаны иҫкә төшөрөргә тура килер, моғайын. Уға ҡарашығыҙ үҙгәрер. Эштә мөһим бурыс йөкмәтерҙәр. Үҙегеҙҙе күрһәтеү мөмкинлеге тыуыр. Бер генә кәңәш – киләсәккә планығыҙҙы берәүгә лә һөйләмәгеҙ.
БУҒА
Финанс йәһәтенән аҙна бер аҙ сетерекле булмаҡсы. Кемдер бурысҡа аҡса һорар, моғайын. Баш тартырға уңайһыҙланырһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта аҡсағыҙҙы юғалтыу хәүефе бар, сөнки алған кеше уны кирер ҡайтарырға ашыҡмаҫ, һүҙгә килерһегеҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Был аҙнала төп иғтибарҙы аралашыуға, файҙалы бәйләнештәр булдырыуға йүнәлтегеҙ, сөнки ниндәйҙер мөһим мәсьәләне хәл иткәндә ситтән ярҙамға мохтаж булырһығыҙ. Ҡулығыҙға көтмәгәндә мул ғына аҡса төшөр.
ҠЫҪАЛА
Аҙна киләсәкте хәстәрләү өсөн ҡулай. Эшлекле һәм шәхси мөнәсәбәттәрҙәге үҙгәрештәргә айырыуса етди ҡарағыҙ. Дүшәмбегә ҡарай төндә мөһим һөйләшеү йәки хатлышыу булыуы ихтимал. Йома тормошоғоҙҙоң аҫтын-өҫкә килтергән осрашыу булыр.
АРЫҪЛАН
Яҡын киләсәк хаҡында уйланырға ваҡыт. Фатир мәсьәләһен хәл итеү, торлағыңды йәки уға ҡағылған документтарҙы тәртипкә килтереү менән шөғөлләнерһегеҙ, моғайын. Күп аралашырға тура килер. Шәмбе көнө һаҡ булығыҙ, ашығыс ҡарарҙарҙан һәм артыҡ һүҙҙәрҙән ҡасығыҙ.
ҠЫҘ
Осор бер аҙ ҡатмарлы башланыр. Уның ҡарауы, аҙна уртаһында дуҫтарҙың ярҙамы пландарығыҙҙы тормошҡа ашырыуға ыңғай йоғонто яһар. Шаршамбынан юлығыҙҙағы кәртәләр үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр. Аҙна төрлө учреждениеларҙа йәки социаль-административ ойошмаларҙа мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бик уңайлы.
ҮЛСӘҮ
Был аҙналағы ваҡиғалар башлыса карьераға бәйле булыр. Аҙна уртаһын мөһим мәғлүмәт эҙләү өсөн файҙаланығыҙ. Буш бәхәстәрҙән һәм һөйләшеүҙәрҙән ҡасырға тырышығыҙ. Йома кисе күңелле осрашыу һәм аралашыу вәғәҙәләй. Ял көндәрендә мул ғына килем алыу мөмкинлеге бар.
САЯН
Осор бик күп ҡыҙыҡлы мөмкинлектәр асыр. Шишәмбе мөһим эш башларһығыҙ, моғайын. Кесе йома күңел төшөнкөлөгө, тормоштан ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо биләп алыр. Хистәрҙе ҡулда тоторға тырышығыҙ. Шәмбе эшлекле мөнәсәбәттәр йәнләнер.
УҠСЫ
Саманан тыш әүҙем булырһығыҙ, моғайын. Был яҡшы, әлбиттә. Өҫтәүенә пландарығыҙ ҙа байтаҡ. Хыял диңгеҙендә йөҙөүҙе туҡтатырға ваҡыт. Аҙнаның икенсе яртыһында һәр эште теүәл башҡарығыҙ, айырыуса мөһим осрашыуға барғанда. Туғандар менән аралашҡанда сабыр булығыҙ.
ЫЛАҠ
Күптәнге мөһим мәсьәләне хәл итеп ҡыуанырһығыҙ. Шаршамбы күңелле ваҡиғалар менән һуғарылыр. Етәкселеккә үтенесегеҙ булһа, тап ошо көндө уларға ҡыйыу мөрәжәғәт итә алаһығыҙ – ыңғай һөҙөмтә алырһығыҙ. Йома – эшлекле тәҡдимдәр өсөн уңышлы көн, әммә коллегаларығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ.
ҺЫУҒОЯР
Был аҙнала уртаҡ эшкә аҡса һалырға ашыҡмағыҙ. Шаршамбынан һөнәри эшмәкәрлектә мәшәҡәт артып китеүе ихтимал. Һеҙгә көсөргәнештән һаҡланырға кәрәк: һаулығығыҙ зыян килеүе бар. Сираттан тыш отпуск алыу ҙа файҙаға булыр.
БАЛЫҠ
Эш күләме һиҙелерлек артып китер, ләкин көсөгөҙҙән килгәндең барыһын да эшләргә тырышығыҙ. Һөнәри эшмәкәрлектә үҫешкә өлгәшеү өсөн ҡулай ваҡыт. Тик барыһын да намыҫ менән башҡарығыҙ. Башҡаларға үҙ ҡарашығыҙҙы көсләп таҡмағыҙ, һүҙгә килеү хәүефе бар. Йома көндө яҡынығыҙ ярҙам һорар, моғайын.