ҠУҘЫ
Ныҡышмалылыҡ һәм тәүәккәллек пландарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итер. Ҡотҡоға юл ҡуймағыҙ. Шәмбе башҡаларҙы һүҙегеҙгә ҡолаҡ һалырға мәжбүр итеү өсөн байтаҡ көс түгергә тура килер.
БУҒА
Был аҙнала эшегеҙ артып китер. Дүшәмбе эштә коллектив ҡарар иң яҡшыһы булыр. Шаршамбы етәкселәр менән осрашыуҙан ҡасыу хәйерле, башланғысығыҙҙы дөрөҫ аңламауҙары мөмкин.
ИГЕҘӘКТӘР
Эске тойомлауығыҙ тәүәккәл эш итергә мөмкинлек бирер. Мул ғына табыш алырһығыҙ, абруйығыҙ артыр. Шик-шөбһәнең бөтөүен һәм хәлдең яҡшы яҡҡа үҙгәреүен тойорһоғоҙ.
ҠЫҪАЛА
Был аҙнала алдан уҡ ентекле эш планы төҙөп ҡуйығыҙ. Шишәмбе ҡарашығыҙҙы ныҡлы яҡлағыҙ. Кесе йома тәғәйенләнгән осрашыуҙы икенсе көнгә күсермәгеҙ.
АРЫҪЛАН
Аҙна белем алыу, эш эҙләү һәм вазифала үрләү өсөн ҡулай. Мөхәббәт өсмөйөшөндә ҡалғығыҙ килмәһә, шикле ғишыҡ уйындарында ҡатнашмағыҙ. Ғаиләгеҙгә һәм дуҫтарығыҙға күберәк ваҡыт бүлегеҙ.
ҠЫҘ
Осор күп йәһәттән уңышлы булыр. Алыҫ юлға сығырһығыҙ, моғайын. Документтарҙы тәртипкә килтереү, һалым, кредит һәм коммуналь түләүҙәр тураһында онотмағыҙ.
ҮЛСӘҮ
Аҙнаның тәүге яртыһы ваҡиғаларға һәм ҡыҙыҡлы осрашыуҙарға бай булыр. Күптән теләгән әйберегеҙҙе һатып алып ҡыуанырһығыҙ. Осор аҙағында бәхәскә юл ҡуймағыҙ.
САЯН
Көтмәгәндә мәшәҡәт артып китер. Әммә борсолмағыҙ – барыһына ла өлгөрөрһөгөҙ, килем алырһығыҙ, ихтирам яуларһығыҙ. Шаршамбы ҙур проблеманан ҡотолорһоғоҙ.
УҠСЫ
Хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләләрҙә дуҫтарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың ярҙамына иҫәп тота алаһығыҙ. Эштә әүҙемлекте бер аҙ кәметеп тороу зыян итмәҫ. Аҙна аҙағында туғанығыҙҙың мәшәҡәттәре менән шөғөлләнергә тура килер.
ЫЛАҠ
Аҙна ығы-зығы менән башланыр. Кесе йоманан айырыуса күп эшләргә тура килер. Уның ҡарауы, һөҙөмтә көтөлгәндән дә яҡшыраҡ булыр, алдығыҙҙа киң мөмкинлектәр асылыр, эш урынында үрләтеүҙәре бар.
ҺЫУҒОЯР
Төп иғтибарҙы ғаилә мөнәсәбәттәре йәлеп итер. Ә бына эшмәкәрлектә тыныс осор, шуға күрә әллә ни ҙур уңышҡа өмөт итмәй тороғоҙ. Сәйер эштәрҙән ҡырҡа баш тартығыҙ, кредит йәки бурысҡа аҡса алмағыҙ.
БАЛЫҠ
Аралашыу, сәфәрҙәр, кисектергеһеҙ мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бик яҡшы осор. Ижади һәләтегеҙ артыр. Аҙнаның икенсе яртыһында иғтибарлы булығыҙ, хаталаныу хәүефе бар. Ял көндәрендә ҙур ғына сығым булмаҡсы.