Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
3 Апрель 2022, 10:00

Тыуған яҡҡа ҡарай юлда...

Балаларының уңыштарына һөйөнөп, ғорурланып ултырған апай ошо бер генә һүҙе менән үҙенә ҡарата ихтирамды селпәрәмә килтерҙе лә ҡуйҙы. Ниңә генә ишеттем икән ошо һүҙен?..

Тыуған яҡҡа ҡарай юлда...
Тыуған яҡҡа ҡарай юлда...

Тыуған яғыма ҡарай юлға сыҡҡанда автобустағы урыным өлкән йәштәрҙәге апай янына тура килде. Бындай оҙон юлда тәҙрәнән төбәгебеҙҙең иҫ киткес матурлығын күҙәтеп барырға яратам. Күпме текәлеп ултырһам да, ялҡмайым бер-береһен алмаштырып аҡҡан тәбиғәт күренешенән.

Ә был юлы эргәмдәге апай бик ихлас әңгәмәсе булып сыҡты. Ике-өс сәғәт эсендә юлдаш ҡатындың бөтә ғүмер юлын күҙ алдына килтерерлек хәлдә инем инде. Һүҙҙе һин ҡайһы яҡтан, ҡайһы ауыл, кем ҡыҙы тип башланы ла артабан үҙенең ире, балалары тураһында һөйләне. Һорау биреп, яуапты ла көтмәйенсә артабан үҙенекен генә һөйләй торған ғәҙәте лә бар ине апайҙың - быныһы миңә, һөйләргә яратмаған кешегә, уңайлы ла ине хатта.

Уның һөйләүенән шуларҙы белдем. Район ауылдарының береһендә һаман да гөрләтеп донъя көтөп ята, 82 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һыйырын да көтә икән, ваҡ ҡош-ҡорто ла бар, баҡсаһын тултырып картуф, йәшелсә сәсә - үҙенең һүҙе менән әйткәндә, "ҡартлыҡҡа бирешергә йыйынмай әле". Ире ун йыллап элек йөрәк өйәнәгенән вафат булған. Яҡшы йәшәгәндәр. Уның менән татыулыҡта биш бала - өс ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, һәр береһен башлы-күҙле иткәндәр. Иң өлкән улы районда ҙур ғына түрә икән апайҙың. Уның тураһында айырым бер йылылыҡ менән һөйләне әсә. Юғары уҡыу йортонда уҡығанда буласаҡ кәләше менән танышҡандар. Хәҙер үҙҙәренең балалары ҙурайышып бөткән инде. Ике ҡыҙы ҡалала тора. Әле бына шуларҙың береһе уны оҙатып ҡалған икән. Улар ҙа юғары белемле: береһе - иҡтисадсы, икенсеһе - уҡытыусы. Ике улы үҙе янында ауылда донъя ҡорған. "Уларһыҙ, әлбиттә, мал көтә алмаҫ инем. Килендәр ҙә инеп бар эштәремдә ярҙам итеп кенә тора. Береһе лә йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтереп йөрөмәне бығаса. Баларымдың береһе лә эсмәй, тырышып донъя көтәләр, юҡты бар итәләр. Аллаға мең шөкөр... Әсә өсөн бәхет ошо инде", - балалары тураһында һөйләгәндә әсәй кешенең ғорурланыуы йөҙөнә үк сыға. Ғәзиздәре тураһында оҙаҡ итеп, йылылыҡ менән бәйән иткән апайҙы тыңлаған ваҡытта "вәт, исмаһам, ысынлап та бәхетле ҡатын, үҙе лә шәп, балаларын да ысын кеше итеп үҫтерә белгән", тип уйлап ҡуйҙым.

Шул ваҡыт күршемдең телефоны шылтыраны: ауылдағы улы уның ҡасан юлға сыҡҡанын һораша. "Ҡарҙы көрәгәнме?.." Кеше хәбәрен тыңлап арыған мин бер аҙға ғына башымды тәҙрәгә бороп тышҡа күҙ һалдым. Яҡшы юлдаш, моңһоҙҙо ла моңландырыр, ябай кешене лә шағир итерҙәй иҫ киткес матур тәбиғәт... Ошолай матур күңел тулҡынында бәүелә-бәүелә бар ҙа бар инде. Эстәге хисле моңдо эргәләге апайҙың ҡапыл ҡысҡырып яман итеп һүгенгәне өҙҙө. "...., ниңә шул әтрәгәләмгә аҡса түләргә ти? Алкашка ярамағанмы? Мин уға осһоҙлоно алып ҡуйғанмын. Юҡ, вис түгел, әллә иҫәрләнеп бараңмы. Аҫтағы кәштәлә өс литрлыҡ банкала ултыра бит. Шуны бәләкәй шешәгә ҡой ҙа һыу өҫтә. Етә ул уға. Бирмәһәң дә ярамай. Әтеү ҡабат килеп ярҙам итмәҫ!" Үҙ ҡолағыма ышана алмай иҫәңгерәп ултырам. Әле генә балаларын яратып, күберәк Алланы иҫкә төшөрөп, рәхмәт уҡып ултырған ҡатын ошондай хәбәр әйттеме ул? Аптыраулы ҡарашымды күреп, әйтеп ҡуйҙы:"Эй бер эскесе минең ишек алдын ҡарҙан таҙартҡан да, шуға улым аҡса бирәйемме тисе... Әллә иҫәрләнеп бара инде. Ярамаған ти уға самопал"...

Балаларының уңыштарына һөйөнөп, донъя тотҡаһы булып ултырған яҡшы әсәй ошо бер ауыҙ һүҙе менән күңелемдә яһалған яҡты, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙ образын селпәрәмә килтерҙе лә ҡуйҙы. Ниңә генә ошо аҙағын ишеттем икән? Артабан уның бер генә һүҙен дә тыңлағым килмәй, күҙҙәремде йомоп тынып ҡалдым. Ә һөйләргә яратҡан кеше шыма буламы һуң: хәҙер инде икенсе яҡтағы күршеһенә ҡарап үҙенең матур тормош юлын бәйән итә башланы: "Минең балаларым бишәү. Аллаға шөкөр, береһе лә эсмәй..."

Фото: YouTube

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: