Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
8 Апрель 2022, 11:41

ЙОНДОҘНАМӘ (11 – 17 апрель)

 ҠУҘЫ

Был аҙнаның бер аҙ сәйе­рерәк тойолоуы ихтимал. Уңыш­һыҙ тип иҫәпләнгән эш көтмә­гәндә шаҡ ҡатырғыс һөҙөмтә бирер, ә уңышлы булырына шик тыумағаны туҡтап ҡалыр. Ғәйбәт һөйләмәгеҙ, уңайһыҙ хәлдә ҡалырһығыҙ.

 

БУҒА

Һеҙгә күләгәнән сығырға ваҡыт. Уңышҡа өлгәшәм тиһәгеҙ, тәүәккәл, йүнсел, ныҡышмал булығыҙ. Ғаиләлеләргә сабыр булырға кәңәш ителә – яҡындарығыҙ бер аҙ көйһөҙләнеп алыр. Был аҙнала шау-шыулы сараларҙы кисектереп тороу хәйерле.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Эш, киләсәккә ниәттәр ха­ҡында берәүгә лә һөйләмәгеҙ. Бының вазифала үрләүгә ҡа­масаулауы ихтимал. Кесе йома етәкселеккә үтенесегеҙҙе еткерһәгеҙ, ыңғай яуап алырһығыҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Ниндәйҙер яңы өлкә менән ҡыҙыҡһына башларһығыҙ. Был киләсәк тормошоғоҙҙо тамырынан үҙгәртер. Яҡындарығыҙ күп­тәнге вәғәҙәгеҙҙе хәтергә төшөрөп, уны үтәүҙе талап итер.

 

АРЫҪЛАН

Эштә аҡсаға бәйле мәсьәләне хәл итергә тура килер. Дорфа ҡыланмағыҙ, ҡайһы бер хәл­дәрҙе ситтән генә күҙәтегеҙ. Яңғыҙҙар ҡыҙыҡлы кеше менән танышыр. Дуҫлыҡтың мөхәббәткә әүерелеүе лә ихтимал.

 

ҠЫҘ

Яҡынығыҙ тураһындағы яңы­лыҡ ҡыуандырыр. Әлбиттә, был хәлгә бәйле сығым талап ителеүе бар. Ғөмүмән, был аҙнала уңыш һеҙҙең менән йәнәш атлар. Бер генә кәңәш – туҡланыуға иғтибар итегеҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Эшлекле һөйләшеүҙәргә, ос­рашыуҙарға бай аҙна. Инандырыу һәләте маҡсатығыҙға өлгә­шергә ярҙам итер. Иң уңышлы көнөгөҙ – 17 апрель. Өлкәндәр менән аралашҡанда үҙ һүҙле булмағыҙ, абруйығыҙҙы төшөрөрһөгөҙ.

 

САЯН

Үҙегеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерерһегеҙ. Берәүҙәр һөнәри уңышҡа өлгәшер, икенселәр матди йәһәттән, өсөнсөләр мөхәббәт өлкәһендә уңыр. Тик һаулығығыҙ ғына бер аҙ кәйефте төшөрөр, моғайын. Борсол­мағыҙ, хәүефләнергә урын юҡ.

 

УҠСЫ

Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәргә бәй­ле күңелһеҙ хәл тыуыуы ихтимал. Тәнҡит һүҙҙәренә ҡолаҡ һал­мағыҙ. Бының көнсөллөк сағы­лы­шы булыуы бар. Ә бына яҡындарығыҙ был арала тик ҡыуаныс ҡына килтерер.

 

ЫЛАҠ

Эске тойомлауығыҙ байтаҡ мәсьәләләрҙе, айырыуса матди проблемаларҙы яйға һалырға ярҙам итер. Аҡсағыҙҙы ҡайҙалыр һалыу, ҙур ғына әйбер һатып алыу йәки һатыу өсөн уңышлы осор. Шәхси тормошта күптән көткән ваҡиға булыр.

 

ҺЫУҒОЯР

Был аҙнала һәлкәүләнергә ваҡыт булмаҫ. Был айырыуса эш урынын алмаштырғандарға йәки ниндәйҙер етешһеҙлеккә юл ҡуйғандарға ҡағыла. 14 апрель – иң уңышлы көнөгөҙ. Мөһим ғәмәлдәрҙе ошо көндә башларға кәңәш ителә.

 

БАЛЫҠ

Был аҙнала эргәгеҙҙәге кешеләрҙең фекеренә ҡолаҡ һалырға тырышығыҙ. Мутлаш­мағыҙ, алдашмағыҙ. Ҡырын эшегеҙ шунда уҡ асылыр, абруйығыҙ төшөр. Сығымдарҙы ла бер аҙ кәметеү хәйерле.

Читайте нас: