ҠУҘЫ
Артыҡ көс һалып эшләргә кәрәкмәй. Һеҙҙең тырышлыҡты баһаламаҫтар, ғәмәлдәрегеҙҙе күрмәҫтәр. Яҡын кешегеҙ аҡсалата ярҙам һорар, моғайын. Ярҙам итһәгеҙ, бурысты бик оҙаҡ ҡайтармаҫтар.
БУҒА
Һеҙҙең аҙна. Бар яҡтан да уңырһығыҙ. Алыҫ юлға сығыу – уңышлы, эшлекле һөйләшеүҙәр һөҙөмтәле булыр. Тик ҙур әйбер һатып алыуҙан баш тартығыҙ, айырыуса техникаға ҡыҙыҡмағыҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Көнәркәшлектән ҡурҡмағыҙ. Ул һеҙгә, киреһенсә, көс туплап, артабан көрәшергә этәргес бирер. Был көрәштән еңеүсе булып сығырһығыҙ. Һаулыҡҡа иғтибарлыраҡ булығыҙ.
ҠЫҪАЛА
Бер маҡсатығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн бар көсөгөҙҙө һалырға әҙерләнәһегеҙ. Төрлө алымдарҙы барлағыҙ. Киләсәккә план ҡорғанда яҡындарығыҙҙың фекерен иҫәпкә алығыҙ.
АРЫҪЛАН
Ғәҙел булығыҙ! Ихласлыҡ ярҙамында барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла еңеп сыға алырһығыҙ. Шәхси тормошта яңы осрашыу көтә. Был мөнәсәбәттәрҙең ныҡлы булыуы ихтимал.
ҠЫҘ
Үҙегеҙгә һәр яҡлап иғтибар йәлеп итегеҙ. Һаулығығыҙҙы ҡайғыртығыҙ. Алыҫ юлға сығыуҙан баш тартығыҙ. Һәүетемсә генә йәшәп тороғоҙ.
ҮЛСӘҮ
Ниндәйҙер мөһим ҡарар ҡабул итеү алдында тораһығыҙ. Был аҙнала төплө фекергә килергә кәрәк, яуапты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Шәхси мөнәсәбәттәр киҫкенләшер.
САЯН
Һеҙҙе көсөргәнешле аҙна көтә. Ҡасандыр юлығыҙ айырылған дуҫтарығыҙҙы осратырһығыҙ. Һаҡ булығыҙ, уларҙы ҡабаттан тормошоғоҙға индерергә ашыҡмағыҙ.
УҠСЫ
Баҙап ҡалмайынса, үҙ мәнфәғәттәрегеҙҙе яҡлауға тотонорһоғоҙ. Үҙегеҙҙе көсһөҙ итеп тойорһоғоҙ. Ошо мәлдә, бәғзеләрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалып, экстрасенс һәм гипноз менән шөғөлләнеүселәргә мөрәжәғәт итә күрмәгеҙ.
ЫЛАҠ
Етәкселек менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сығыр. Шулай ҙа үҙегеҙҙең хаҡлы икәнегеҙҙе дәлилләгеҙ. Барыһы ла асыҡланғас, үрләтеүҙәре ихтимал. Ҙур проекттарҙы тормошҡа ашыра башларға иртәрәк әле, саҡ ҡына сабыр итегеҙ.
ҺЫУҒОЯР
Үҙ-үҙегеҙгә артыҡ ышаныу хатаға килтереүе ихтимал. Дуҫтарығыҙҙан бурысҡа алмағыҙ, үҙегеҙ ҙә аҡса мәсьәләһендә ярҙам итмәгеҙ, һуңынан үкенерһегеҙ.
БАЛЫҠ
Хәл итергә уйлаған матди мәсьәләләрҙе хәл итеү еңелдән булмаҫ, шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Аралашҡанда һаҡ булығыҙ: яңылыш һүҙ менән берәйһен йәберләүегеҙ бар.