Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
29 Апрель 2022, 12:40

ЙОНДОҘНАМӘ (2 – 8 май)

pixabay.com
Фото:pixabay.com

ҠУҘЫ

Маҡсатты аныҡ билдәлә­мәйенсә эш итмәгеҙ, юғиһә ваҡытығыҙ менән көсөгөҙҙө бушҡа сарыфларһығыҙ. Эске тойомлауға таянығыҙ. Аҙна уртаһында тормошоғоҙ киҫкен боролош яһауы ихтимал.

БУҒА

Тәрән аҡылығыҙ, ихласлығы­ғыҙ менән барыһын да үҙегеҙгә ылыҡтырырһығыҙ. Сит кеше­ләрҙең проблемаларын иңегеҙгә алырға ашыҡмағыҙ. Уңышлы көнөгөҙ – кесе йома. Шәмбе берәү менән дә бәхәсләшмәгеҙ.

ИГЕҘӘКТӘР

Иғтибар үҙәгендә шәхси мөнәсәбәттәр булыр, моғайын. Алыҫ юлға сығыу ихтималлығы бар. Етәкселек эш ҡағыҙҙарын тәртипкә килтереүҙе талап итер. Кесе йомала шатлыҡлы ваҡиға көтөгөҙ.

ҠЫҪАЛА

Ниһайәт, көтөп алған уңышлы мәл етә. Хеҙмәттәшлектә, яңы проекттарҙа алға китеш булыр. Күптәр эш урынында хуплау табыр, матди хәлегеҙ яҡшырыр. Аҙна аҙағына күптәнге мәсьәлә хәл ителер.

АРЫҪЛАН

Ижади аҙна. Ләкин эш мәшәҡәттәрен дә онотоп ҡуймағыҙ. Берәйһенә ярҙам иткегеҙ килһә лә, үтәй алмаҫлыҡ вәғәҙәләр бирмәгеҙ. Аҙнаның икенсе яртыһында байрам кәйефе өҫтөнлөк итер, сағыу саралар күңелегеҙҙе күтәрер.

ҠЫҘ

Үҙ көсөгөҙгә ышаныс бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итер. Шишәмбе берәүгә лә ышанмағыҙ, һәр мәсьәләлә документаль раҫлауҙы талап итегеҙ. Ял көндәрендә күптән күрешмәгән кеше менән осрашырһығыҙ. Әлегә серегеҙҙе асмағыҙ, хатта яҡындарығыҙға ла.

ҮЛСӘҮ

Дүшәмбенән аныҡ эш тәртибен билдәләп, уны теүәл үтәһәгеҙ, был осорҙа бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар тыумаҫ.  Яңғыҙҙар үҙ парын осратып, никах тураһында уйланыр. Бер генә кәңәш – һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ.

САЯН

Аҡса мәсьәләһендә уңыр­һығыҙ. Был арала отошло тәҡдимдәр күбәйеп китер. Шаршамбы мул ғына аҡса кереме көтөгөҙ. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙе асыҡламаһағыҙ, барыһы ла ал да гөл булыр.

УҠСЫ

Осор финанс проблемаларҙы хәл итеү менән үтер, моғайын. Айырыуса аҙна башы ошо йәһәттән бер аҙ сетерекле булмаҡсы. Көтмәгәндә байтаҡ сығым талап ителер. Етәкселек тырышлығығыҙҙы тейешенсә баһалар, юғарыраҡ вазифа тәҡдим итер.

ЫЛАҠ

Шишәмбе дуҫтарығыҙҙың кәңәшенә мохтаж булырһығыҙ. Эштә бәхәс тыуыуы ихтимал, фекерегеҙҙе ныҡлы яҡлағыҙ. Хеҙмәттәштәр менән мөнәсәбәттәр кесе йомаға яйланыр. Йомала мөһим эш башламағыҙ.  Мул ғына сығым көтөлә.

ҺЫУҒОЯР

Һөнәри йәһәттән мөһим осор. Ялҡауланмағыҙ, һуңламағыҙ. Етәкселек менән һүҙгә килешмәҫкә тырышығыҙ. Матди хәлде яҡшыртыу мөмкинлеге тыуыр. Шул уҡ ваҡытта дүшәмбе һәм шаршамбы кредит, айырыуса микрозайм алмағыҙ.

БАЛЫҠ

Мөхәббәттә лә, эштә лә ылыҡтырғыс авантюрала ҡатнашмағыҙ. Эш алмаштырыу өсөн ҡулай осор. Яҡындарығыҙ менән низағлашмаҫҡа тырышығыҙ, ғаиләгеҙҙең тарҡалыуына тиклем барып етеүегеҙ бар.

Читайте нас в