Бының өсөн өс йомортҡа, 12 грамм ветчина, 100 грамм сыр, 15 черри помидоры, бер-ике ҡыяр, майонез, йәшеллек кәрәк.
Бешкән йомортҡаны ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Ветчинаны ваҡ итеп турайбыҙ. Шунан йомортҡаны, сырҙы, ветчинаны майонез һалып бергә бутайбыҙ. Помидорҙы уртаға киҫәбеҙ. Ҡыярҙы түңәрәкләп теләбеҙ. Тәрилкәгәтеҙә башлайбыҙ. Башта йәшеллекте йәйеп һалабыҙ. Уның өҫтөнә - киҫелгән ҡыяр. Йомортҡа, сыр, ветчина ҡатнашмаһынан түңәрәк эшләп ҡыярҙың өҫтөнә ҡуябыҙ. Артабан помидорҙан "эшләпә" яһап, майонез менән аҡ нөктәләр төртәбеҙ.
Был ризыҡты табын янына ултырыр алдынан ғына эшләргә кәрәк - помидор менән ҡыярҙың һуты сыға башламаһын өсөн.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: postila.ru