ҠУҘЫ
Иҫәр генә үҙ хатаһында өйрәнә, тиҙәр. Шуға башҡа берәүҙең башынан үткән хәлгә таянып эш итегеҙ. Был кәңәш айырыуса эшлекле партнерҙар һәм ғаилә ҡороу мәсьәләһенә ҡағыла.
БУҒА
Ҡушылған эш һеҙгә бик мөһим түгел кеүек тойолһа ла, яңылышаһығыҙ. Уны бөтөн көсөгөҙҙө, фантазияғыҙҙы һалып башҡарығыҙ. Ҙур сығым талап иткән әйбер һатып алырһығыҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Артыҡ бошмаһағыҙ, ҡабаланмаһағыҙ, хәл-ваҡиғалар тап һеҙ теләгәнсә барыр. Яңы техника, программаларҙы үҙләштерә башлағыҙ. Киләсәктә уларҙың файҙаһы тейер.
ҠЫҪАЛА
Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашырһығыҙ. Эштә лә, шәхси тормошта ла оло йәштәге кешеләрҙең йомошо менән күп йөрөргә тура килер.
АРЫҪЛАН
Һеҙгә етәксе вазифаһын тәҡдим итмәкселәр. Ризалашырға ашыҡмағыҙ, әле әҙер түгел кеүекһегеҙ. Юлығыҙҙа осраған әҙәмдең һүҙенә ышанмағыҙ.
ҠЫҘ
Хеҙмәттәштәрегеҙҙең яҡлауына өмөт итмәгеҙ. Улар, киреһенсә, һеҙҙе тәнҡитләр, хаталарығыҙға төртөп күрһәтер. Иғтибарҙы ғаиләгеҙгә йүнәлтегеҙ.
ҮЛСӘҮ
Кеше һүҙенә, кәңәшенә иғтибар итмәгеҙ. Ҡарарҙарҙы үҙаллы ҡабул итегеҙ. Алыҫ юлға сығыу һөҙөмтәле булыр, матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу мөмкинлеге тыуыр.
САЯН
Ике ҡуяндың ҡойроғон бер юлы тоторға маташырһығыҙ. Барыбер килеп сыҡмаҫ, ошо арҡала мөһим нәмәләрҙе күҙ уңынан ысҡындырырһығыҙ.
УҠСЫ
Әүҙемерәк булығыҙ. Был аҙнала ниндәй генә осрашыуға саҡырмаһындар, баш тартмағыҙ. Һеҙгә күберәк аралашырға, йышыраҡ кеше араһында булырға кәрәк.
ЫЛАҠ
Эске тойомлауығыҙға бик ышанмағыҙ. Етәксегеҙ ҡушҡан эште лә йәһәт кенә атҡарырға ынтылмағыҙ, сөнки бер нисә көндән уның кире уйлауы бар, көсөгөҙ әрәмгә китер.
ҺЫУҒОЯР
Көсөргәнешле аҙна көтә. Эштәрегеҙҙе планлаштырығыҙ, биргән вәғәҙәләрегеҙ тураһында онотоп ҡуймағыҙ. Етәкселәрегеҙҙең күҙенә йышыраҡ салынып, яңы тәҡдимдәрегеҙҙе әйтеүҙән тартынмағыҙ.
БАЛЫҠ
Эшегеҙҙә тауҙар аҡтара алмаҫһығыҙ, шуға ла өҙгөләнмәгеҙ. Тамамланмаған проекттарҙы ахырына еткерегеҙ. Һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ.