Бөтә яңылыҡтар

ЙОНДОҘНАМӘ (23 – 29 май)

ҠУҘЫ

Был аҙнала итәғәтле булырға тырышығыҙ. Яҡындарығыҙҙы тәнҡитләргә ашыҡмағыҙ, үкенер­гә тура килер. Йыш ҡына йоҡо­һоҙлоҡ интектерер, ләкин был мәсьә­ләне дарыу ярҙамында хәл итергә тырыш­мағыҙ. Юлда иғтибарлы булығыҙ.

 

БУҒА

Аҡсаға бәйле дуҫтарығыҙ менән һүҙгә килешеүегеҙ бар. Бәлки, кемдер алған бурысын ҡайтарырға ашыҡмаҫ. Ғөмүмән, был арала финанс мәсьәләһендә иғтибарлы булығыҙ, ҙур әйбер һатып алырға кәңәш ителмәй.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Бөтә эште үҙаллы башҡарыу теләге тыуыр, әммә яҡындары­ғыҙ­ҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалыу зыян итмәҫ. Ысынбарлыҡты дөрөҫ баһаламау арҡаһында, хаталы аҙым яһауығыҙ ихтимал. Ҙур пландарға тотонмай тороу хәйерле.

 

ҠЫҪАЛА

Ниндәйҙер хәл-шарттар план­дарығыҙҙы үҙгәртергә мәжбүр итер, ләкин борсолмағыҙ, көтмә­гәндә ҙур уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Эштә әүҙемлекте бер аҙ кәметегеҙ, ял итеп алыу зыян итмәҫ. Йома ҡулығыҙға мул ғына аҡса төшөр.

 

АРЫҪЛАН

Аралашыу даирәһе үҙгәрер. Фекер айырмалыҡтары арҡаһын­да ҡайһы берәүҙәр менән арала­рығыҙ өҙөлөр. Яңы кешеләр менән танышырһығыҙ, ләкин уларға ышанып, шәхси тормошоғоҙ тураһында һөйләмәгеҙ.

 

ҠЫҘ

Ҡарар ҡабул иткәндә ҡәтғи булмағыҙ, бер аҙ һығылмалылыҡ ҡамасауламаҫ. Был арала ваҡ-төйәк мәсьәләләрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, үҙегеҙ өсөн байтаҡ яңылыҡ асырһығыҙ. Ҙур ғына мәжлескә саҡырыу­ҙары ихтимал.

 

ҮЛСӘҮ

Кәрәкле ҡағыҙҙар менән эш итерһегеҙ, иғтибарлы булығыҙ. Шишәмбе мөһим мәсьәләне хәл итерһегеҙ, уйланылмаған ғәмәл­дәр­ҙән баш тартығыҙ. Кесе йомала юлға сығырға тура килер, моғайын.

 

САЯН

Был аҙнала һәр йәһәттән башҡаларҙан айырылып торор­һоғоҙ. Уңышлы осор, уны файҙа­ланып ҡалырға тырышығыҙ. Эш урынына бәйле тәҡдим яһарҙар. Һөнәри кимәлегеҙ күтәрелер, матди хәлегеҙ яҡшырыр.

 

УҠСЫ

Эштә ижади ҡараш талап ителер, яңы идеялар тәҡдим итеү­ҙән ҡурҡмағыҙ, хуплау табырһы­ғыҙ. Иң мөһиме – ярты юлда туҡтап ҡал­мағыҙ, алдығыҙҙа киң мөмкинлек асыла.

 

ЫЛАҠ

Ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ, сабыр булығыҙ. Шаршамбы хис-тойғоларға бирелеп, асылдағы хәлде дөрөҫ баһаламауығыҙ бар. Яҡындарығыҙ ярҙамығыҙға мохтаж, ял көндәрен улар менән үткәрергә кәңәш ителә.

 

ҺЫУҒОЯР

Был арала көсөргәнештән һаҡланығыҙ, эш күләмен дә бер аҙ кәметеү файҙаға булыр. Эштә әллә ни йылдам алға китешкә өлгәшә алмаҫһығыҙ, шуға күрә ашыҡмағыҙ. Аҙна уртаһында көтөлмәгән хәбәр килер.

 

БАЛЫҠ

Был аҙнала төп ҡағиҙә – үҙегеҙгә ҡағылмаған мәсьәлә­ләрҙән ситтә тороу. Яҡында­рығыҙ менән ғаилә бюджетына ҡағы­лышлы һүҙ ҡуйыртмағыҙ. Кесе йомала хаталанһағыҙ, уны төҙәтеү ҡыйынға төшөр.

Читайте нас: