ҠУҘЫ
Кеше эшенә ҡыҫылмағыҙ. Һорамайҙар, саҡырмайҙар икән, ярҙамға ашыҡмағыҙ. Ҙур ихтыяж булмаһа, юлға сығыуҙан баш тартығыҙ.
БУҒА
Башкөллө сумған эшегеҙ башҡалар өсөн бик мөһим дә түгел. Шуға тамамланған проект танылыу алмай икән, танауығыҙҙы төшөрмәгеҙ. Ғаиләгеҙгә күберәк ваҡыт бүлегеҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Яңы кешеләр менән осрашырһығыҙ, был аралашыу яңы мөмкинлектәр асыр. Рекламаға бәйле мәғлүмәт менән эш итергә тура килер. Был осор алыҫҡа сәйәхәткә сыҡһағыҙ, юлығыҙ уңыр.
ҠЫҪАЛА
Аҙна ваҡиғаларға бай булыр. Күпкә өлгәшкән, эшлекле даирәләрҙә йөрөгән кешеләр менән танышырһығыҙ. Кесе йомала яҙмышты хәл иткес осрашыу булыуы, бәхеттән башығыҙ әйләнеп, хаталы аҙым яһауығыҙ бар.
АРЫҪЛАН
Күберәк аралашығыҙ, белмәгәнегеҙҙе һорағыҙ. Ҡайҙа ғына барһағыҙ ҙа, кәрәкле урында һәм кәрәкле ерҙә йөрөрһөгөҙ, һәр аҙымығыҙ уңыш килтерер, бигерәк тә матди хәлегеҙ яҡшырыр.
ҠЫҘ
Һуғыштан һуң йоҙроҡ болғамайҙар. Бер эшкә лә әҙерлекһеҙ тотонмағыҙ. Айырыуса документтар менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ, аҙаҡ хатаны төҙәтеүе ҡыйынға төшөр.
ҮЛСӘҮ
Бер төрлө һөйләп, икенсе төрлө эшләмәгеҙ. Абруйығыҙҙы төшөрөүегеҙ бар. Һеҙҙең өсөн ҡатмарлы осор. Бирешмәгеҙ, барыһы ла үҙ яйына ҡайтыр.
САЯН
Яҡын кешеләрегеҙ ҙур баҫым яһар. Улар һеҙҙе үҙ мәнфәғәттәрендә файҙаланырға ниәтләй. Ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер алдынан ныҡлап уйлағыҙ, һәр мәғлүмәтте тикшерегеҙ.
УҠСЫ
Үпкәселлек, телегеҙҙе тыя белмәү был осорҙа төп дошманығыҙ булыр. Яңылыш ысҡындырған һүҙ тормошоғоҙҙоң аҫтын-өҫкә килтерер. Реклама менән шөғөлләнеү, хәйриә сараларында ҡатнашыу уңышлы булыр.
ЫЛАҠ
Барлыҡ эште еңел генә атҡарырһығыҙ. Тәүгеләрҙән булып белеп ҡалған мәғлүмәтте оҫта файҙаланһағыҙ, абруйығыҙ артыр. Ижад итер, сәйәхәткә сығыр өсөн уңайлы мәл.
ҺЫУҒОЯР
Эргәгеҙҙә ярамһаҡланып йөрөгән кешенән һаҡ булығыҙ. Уңышҡа өлгәшәм тиһәгеҙ, аҙ һөйләгеҙ, күп эшләгеҙ. Яңылыш ысҡындырған һүҙ эшегеҙҙе баһалауға кире йоғонто яһар.
БАЛЫҠ
Күптән кисектергән эшегеҙҙе тиҙ арала тамамлап ҡуйығыҙ. Үтәлмәгән бурыстарығыҙ өсөн хеҙмәттәштәрегеҙ алдында әрләүҙәре ихтимал. Кәңәшегеҙ йәки мәғлүмәтегеҙ өсөн яҡындарығыҙ рәхмәтле булыр.