Баланы лагерға ебәрәһең дә аҡса алаһың

Быны балалар кешбэгы ярҙамында нисек тормошҡа ашырырға мөмкин булыуы хаҡында аңлатабыҙ.

Баланы лагерға ебәрәһең дә аҡса алаһыңБаланы лагерға ебәрәһең дә аҡса алаһың
Баланы лагерға ебәрәһең дә аҡса алаһың

Балаңды йәйге лагерға ебәреп, аҡсаңды янда ҡалдырыу - яҡшы!

1-се аҙым. Үҙегеҙҙең “Мир” картаһын https://privetmir.ru/register/ программаһында теркәйһегеҙ.

2-се аҙым. Мирпутешествий.рф сайтында Рәсәйҙең балалар лагерҙарына юллама һайлайһығыҙ.

3-сө аҙым. Юллама хаҡын акция сайтында онлайн “Мир” картаһы ярҙамында түләйһегеҙ.

4-се аҙым. Түләгәндән һуң биш эш көнө эсендә бронь хаҡының 50 проценты күләмендә (ләкин бер бронь өсөн 20 мең һумдан артыҡ түгел) кешбэк алаһығыҙ

5-се аҙым. Балағыҙҙың шатланғанын күреп, ҡыуанаһығыҙ.

Тағы ла. Уҙған йылдағы кеүек, быйыл да Башҡортостанда https://мирпутешествий.рф/ порталында юллама һатып алып, балалар кешбэгы программаһында ҡатнашҡан ата-әсәләргә республика бюджетынан 30 процент (5 934,60 һум) күләмендә компенсация ҡаралған.

Кешбэк менән нисек файҙаланырға кәрәклеген беҙҙең роликтан ҡарап белерһегеҙ.

Фото: www.d-kvadrat.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас