Бөтә яңылыҡтар

Аҡьярҙа - әфлисунлы йәй

Кемдә нисек, ә беҙҙә әфлисунлы йәй, әфлисунлы кәйеф көнө!

Аҡьярҙа - әфлисунлы йәй
Аҡьярҙа - әфлисунлы йәй

Бөгөн, йәйҙең тәүге көнө, ул ғына ла түгел, матур байрам – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Был иҫтәлекле көндә Аҡъярҙың Ял һәм мәҙәниәт паркында китапханасылар “Алда – 90 көн ЙӘЙ!” исемле әфлисунлы кәйеф көнөн ойошторҙо.


Был сара #ЧитайНеОдин ирекмәндәр проекттарының республика конкурсында ҡатнашып иң яҡшы проекттар исемлегенә ингән үҙәк китапхананың “Открытый мир чтения” проекты сиктәрендә үтә.
Сағыу байрамда Аҡъяр ауылының 2-семәктәп янында ойошторолған профилле балалар лагерында ял итеүселәр ҡатнашты. Оҙайлы уҡыу йылын уңышлы тамамлаған, йәйҙе һағынған балалар төрлө-төрлө уйындар, ярыштар, бәйгеләрҙә рәхәтләнеп уйнаны, көс һынашты.
Артабан алып барыусылар ял итеүселәрҙе бейеү флешмобына саҡырҙы. Ике йөҙгә яҡын ҡатнашыусы майҙан тултырып бейеү түңәрәгендә әйләнде.


Сара әфлисунлы кәйеф көнө тип юҡҡа ғына аталманы, байрам аҙағында балаларға яҡшы кәйеф теләп әфлисундар таратылды.
Йыр-бейеүҙәр, уйын-ярыштар менән һуғарылған сара юғары кимәлдә үтте.

 

Сығанаҡ һәм фото Сәлимә Байгилдина.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: