Бөтә яңылыҡтар

Һеҙҙә нисек? Беҙҙә шулай...

Яңыраҡ ауылдаштар, дәртле йәшлек йылдарын иҫкә төшөрөп,  "Кис ултырыу" йолаһын тергеҙеп,  уны башҡаларға ла күрһәтергә булды

Һеҙҙә нисек? Беҙҙә шулай...
Һеҙҙә нисек? Беҙҙә шулай...

 Ишембай районының Этҡол ауылындағы моделле китапханала  ниндәй генә күңелле саралар үткәрелмәй!  Береһе үтеүгә, икенсеһе...  Яңыраҡ ауылдаштар "Кис ултырыу" йолаһын тергеҙеп, уны башҡаларға ла күрһәтергә булды.  Боронғо күңел асыу  сараһы дәртле йыр - бейеүҙәр, уйын - көлкө менән үрелеп барҙы.

“Дәртле йәшлек саҡтарын иҫкә төшөрөп, ихлас  ҡатнашҡан  апайҙарыбыҙға,  йыр-моң яратыусы ҡыҙҙарыбыҙға, гармунсыбыҙ Зинур Үмәрбаевҡа, бер саранан да ҡалмай, уртаһында ҡайнаған  Рамазан ағай Кәлимуллинға,  күрше Аҙнай ауылынан ултырмаға килгән рухлы, дәртле апайҙарға ҙур рәхмәтемде белдерәм! Һәр саҡ шулай алсаҡ, ихлас, бөтә ергә лә өлгөр, сая ҡатын - ҡыҙҙар булып ҡалығыҙ!” – тип рәхмәтен белдергән ауылдың моделле китапханаһы мөдире, бөтә эштәрҙе башлап йөрөүсе Гөлдәр Йәрмөхәмәтова.

Гөлдәр Йәрмөхәмәтова фотолары.

Һеҙҙә нисек? Беҙҙә шулай...
Һеҙҙә нисек? Беҙҙә шулай...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: