ҠУҘЫ
Һеҙҙең эргәлә ниндәйҙер иреш-талаш, мөнәсәбәттәр асыҡлау барыр. Ҡыҫылмағыҙ, үкенерһегеҙ. Ғөмүмән, был осорҙа аралашыуҙан баш тартып, яңғыҙлыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ.
БУҒА
Ниндәйҙер шикле эшкә тотонор алдынан уның нимә менән тамамланырын алдан күҙаллағыҙ. Бәлки, баш тартырға кәрәктер? Йәмәғәтселек эше менән шөғөлләнһәгеҙ, уңырһығыҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Үҙегеҙҙе һәйбәт ойоштороусы итеп күрһәтер өсөн тәүҙә ышаныс яуларға кәрәк. Мөһим бурысты иңегеҙгә алырға ҡурҡмағыҙ. Уны уңышлы атҡарып сыҡһағыҙ, абруйығыҙ артыр, эштә үрләтеүҙәре ихтимал.
ҠЫҪАЛА
Яҡындарығыҙға, хеҙмәттәштәрегеҙгә артыҡ һорау бирмәгеҙ. Уларҙың үҙ сере булырға тейеш. Ярамһаҡланып, һалпы яғығыҙға һалам ҡыҫтырып маташҡан кешенән йыраҡ тороғоҙ.
АРЫҪЛАН
Көслө яҡтарығыҙҙы йәшермәгеҙ, күрһәтеп барығыҙ. Яҡшы белгән эшкә генә тотоноғоҙ. Көнләшеүселәр артыр, шуға аяҡ салып маташыусыларҙан һаҡ булығыҙ.
ҠЫҘ
Осор ығы-зығылы булмаҡсы. Юридик мәсьәләләргә ҡағылған эштәрҙе кисектереп тороғоҙ. Эргәгеҙҙә низағ сығарырға теләгән әҙәм бар кеүек, уның менән аралашмаҫҡа тырышығыҙ.
ҮЛСӘҮ
Тыныс аҙна көтөлә. Был осорҙа әллә ни мөһим мәшәҡәттәр тыумаҫ. Ижад менән шөғөлләнһәгеҙ, әлеге осорҙа тыуған әҫәрҙәрегеҙ уңышлы буласаҡ.
САЯН
“Кешене кейеменә ҡарап ҡаршы алалар” тигән әйтемде хәтерҙә тотоғоҙ. Унан тайпылып, яңы танышҡан кешене шунда уҡ кире ҡағып маташмағыҙ, һуңыраҡ үкенергә тура килмәһен.
УҠСЫ
Тәү сиратта үҙегеҙҙе йәлләүҙән туҡтағыҙ. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттар ни тиклем юғары булһа, уларға өлгәшеүе шул тиклем еңелерәк булыр. Һәр хәлдә, был осорҙа яҡындарығыҙҙың ихтирамын сабырлыҡ менән яуларһығыҙ.
ЫЛАҠ
Был аҙнала тормошоғоҙҙо үҙгәртергә ашыҡмағыҙ. Ниндәйҙер мөһим аҙым яһарға уйлаһағыҙ, кисектереп тороғоҙ. Айырыуса аҡса мәсьәләһендә һаҡ булығыҙ.
ҺЫУҒОЯР
Тик ултырырға ваҡыт булмаҫ. Әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, отолмаҫһығыҙ. Атҡан уҡтарығыҙҙың барыһы ла сәпкә теймәһә лә, маҡсатығыҙға өлгәшерһегеҙ.
БАЛЫҠ
Бөтә ғәмәлдәрегеҙ уңышлы тамамланыр. Йортоғоҙҙа ремонт башларға йыйынһағыҙ, ҡурҡмайынса тотоноғоҙ. Эш хаҡы түбәнерәк булһа ла, сит илгә командировкалары йыш булған урын тәҡдим итерҙәр.