

ҠУҘЫ
Дүшәмбе һәм шишәмбе мәшәҡәттәр артып китер. Ни тиклем тырышһағыҙ ҙа, барыһына ла өлгөрә алмаҫһығыҙ. Яҡындарығыҙ менән аҡсаға бәйле мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүе ихтимал.
БУҒА
Аҙна башында кеше менән аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуыр. Абруйығыҙға тап төшөрөрлөк сәйер эшкә ылыҡтырырға тырышырҙар. Осраҡлы әҙәмдәргә ышанмағыҙ. Осор торлаҡ мәсьәләһе менән шөғөлләнеү өсөн ҡулай.
ИГЕҘӘКТӘР
Матди мәсьәлә тәүге урынға сығыр. Кәрәкле әйбер һатып алыуҙы кесаҙнаға тиклем кисектереп тороғоҙ. Аҙна аҙағына мул ғына килем алыу мөмкинлеге бар. Ял көндәренә мөһим эштәрҙе планлаштырмау хәйерле.
ҠЫҪАЛА
Һөйгән кешегеҙ менән аңлашылмаусанлыҡ тыуыр. Низағтың сәбәбе ғаиләлә кем баш булыуын асыҡлауға ҡайтып ҡалыр. Мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға теләһәгеҙ, өндәшмәгеҙ.
АРЫҪЛАН
Яҡындарығыҙ менән аралашҡанда мин-минлектән баш тартығыҙ. Бергәләп кенә һәр мәсьәләне уңышлы хәл итә алырһығыҙ. Осор киләсәккә план ҡороу өсөн ҡулай.
ҠЫҘ
Был арала күңелегеҙҙең иләҫ-миләҫ сағы, шуға күрә ҡомарлы уйындарҙан баш тартығыҙ, аҡсанан ҡолаҡ ҡағырһығыҙ. Аҙна уртаһында һөнәри һәм социаль уңыштарығыҙға бәйле ярҙамды ныҡлы тойорһоғоҙ.
ҮЛСӘҮ
Дүшәмбе һәм шишәмбе күңел тыныслығын һаҡлағыҙ. Шаршамбынан бөтә проблемалар үҙенән-үҙе хәл ителер. Берәүҙәр көтмәгәндә сәйәхәткә юлланыр, икенселәр матди хәлен яҡшыртыу юлын табыр.
САЯН
Уҡып йөрөгәндәр өсөн көсөргәнешле аҙна. Шулай уҡ юридик мәсьәләләрҙе лә хәл итмәгеҙ. Иң отошлоһо – һаулыҡты хәстәрләү. Аҙна аҙағында сәйер кешенән хәбәр килер, уға яуап бирергә ашыҡмағыҙ.
УҠСЫ
Ижади эш менән янырһығыҙ. Яңы проекттарҙың һөҙөмтәһе ҡыуандырыр. Күсемһеҙ милектән табыш алыу мөмкинлеге бар. Тик яҡындарығыҙҙың һеҙҙең яҡтан иғтибар булмауға зарланыуы ихтимал.
ЫЛАҠ
“Ял итергәме, әллә аҡса эшләргәме?” тип, ике ут араһында ҡалырһығыҙ. Ремонт йәки икенсе ергә күсеүҙе планлаштырһағыҙ, ниәтегеҙҙе тормошҡа ашырырға ваҡыт.
ҺЫУҒОЯР
Ғаиләгеҙ, йорт мәшәҡәттәре күп ваҡытты алыр. Уңышҡа өлгәшергә яҡындарығыҙ ярҙам итер. Осорҙоң икенсе яртыһында ҡыҙыҡлы сәфәргә сығырһығыҙ, яңы кешеләр менән танышырһығыҙ.
БАЛЫҠ
Белем алыу, тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән файҙалы аҙна. Аҡса эшләү мөмкинлеге артыр. Һөйгән кешегеҙгә көнләшеү өсөн сәбәп тыуҙырмағыҙ.