Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
17 Июнь 2022, 23:01

ЙОНДОҘНАМӘ (20 – 26 июнь)

ҠУҘЫ

Тормошоғоҙ киҫкен боролош яһар. Хәлгә яраҡлашыу өсөн әүҙемлегегеҙҙе арттырырға тура килер. Тырышлығығыҙҙың һө­ҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәҫ, тейешле баһаһын алырһығыҙ.

 

БУҒА

Дәүләт органдарына мөрәжә­ғәт итеү, етәкселек менән аралашыу өсөн уңышлы осор. Шәхси мәсьәләләрҙе лә ыңғай хәл итерһегеҙ. Финанс йәһәтенән хәлегеҙ яҡшырыр.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Йондоҙҙар, шәхси тормошта уңыш йылмайыр, тип фаразлай. Күберәк аралашырға тырышығыҙ,  бәхет үҙен көттөрмәҫ. Аҙнаның тәүге яртыһы матди мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн отошло.

 

ҠЫҪАЛА

Күсемһеҙ милек менән шөғөл­ләнеү өсөн уңышлы аҙна. Хис-тойғоларығыҙҙы тәртипкә килте­регеҙ дорфалыҡҡа, шик-шөбһәгә юл ҡуймағыҙ, юғиһә өлгә­шелгәндәрҙе юғал­тырһығыҙ.

 

АРЫҪЛАН

Күптәнге хыялығыҙ тормошҡа ашыр. Ныҡышмалылыҡ һөҙөм­тәһендә ҡуйған маҡсатығыҙға өлгәшерһегеҙ. Мөһим мәсьәләне хәл итеүҙә яңы танышығыҙҙың ярҙамы тейер.

 

ҠЫҘ

Осор бер аҙ сабырлыҡ талап итер, моғайын. Үткәндәргә йомғаҡ яһап, киләсәккә план ҡороу өсөн уңайлы мәл. Сәфәргә сыҡҡандарҙы сағыу ваҡиғалар, ҙур еңеүҙәр көтә.

 

ҮЛСӘҮ

Тыныс аҙна көтөлә. Өҫтәмә аҡса сығанағын табырһығыҙ, яңы тәҡдимдәр алырһығыҙ. Әммә ашыҡмаҫҡа кәңәш ителә, эске һиҙемләүегеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ.

 

САЯН

Ниндәйҙер сетерекле мәсьә­ләне сисә алырһығыҙ. Күңелегеҙ күтәренке булыр. Был арала уй-ниәттәрегеҙҙе башҡаларға һөй­ләмәү хәйерле, эргәгеҙҙә көнсөлдәр юҡ түгел.

 

УҠСЫ

Аҙна аралашыуҙарға бай булмаҡсы. Мөһим эш йөкмә­терҙәр, моғайын. Уның файҙаһын аҙағыраҡ күрерһегеҙ. Матди хә­легеҙ тотороҡһоҙ күренә, аҡсағыҙҙы самалап тотоноғоҙ.

 

ЫЛАҠ

Йондоҙҙар үҙ фекерегеҙҙе ныҡлы яҡларға кәңәш итә. Был арала ялҡаулыҡ тигән төшөнсәне бөтөнләй оноторға тура килер. Эш, мәшәҡәт күбәйеп китер.

 

ҺЫУҒОЯР

Мөхәббәттә лә, ижадта ла уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Тик буш хыялдар менән йәшәмәгеҙ. Үҙегеҙгә оҡшаған эш менән шөғөлләнегеҙ, китап уҡығыҙ йә иһә сәйәхәткә сығығыҙ.

 

БАЛЫҠ

Булған аҡсағыҙҙы күсемһеҙ милеккә һалыу өсөн яҡшы осор. Торлаҡ мәсьәләһен дә ыңғай хәл итергә мөмкин. Аҙнаның икенсе яртыһында аңлашылмаусанлыҡ тыуыуы ихтимал.

Читайте нас: