Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
20 Июнь 2022, 17:30

Африка салаты

Ошондай салат әҙерләгәнегеҙ бармы? Жираф итенәнме, крокодилдыҡынанмы икән?..

Африка салаты
Африка салаты

Бының өсөн беҙгә 250 грамм тауыҡ ите, бер киви, бер алма, 40 грамм ҡаты сыр, ике бешкән йомортҡа, 70 грамм корейса кишер, тоҙ, майонез кәрәк.

Әҙерләү: тауыҡ итен бешереп, турап, салаттың беренсе ҡаты итеп йәйеп һалабыҙ. Икенсегә ­- киви, өсөнсөгә - ҡырылған йомортҡаның ағы, майонез, дүртенсегә - ҡырылған алма, бишенсегә – сыр, майонез, алтынсыһына – корейса кишер, өҫкө ҡатына йомортҡаның һарыһы. Шунан бер-ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: moy-blog.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас: