Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
24 Июнь 2022, 15:29

ЙОНДОҘНАМӘ (27 июнь – 3 июль)

 ҠУҘЫ

Ижад менән шөғөлләнгәндәр айырыуса уңыр. Ниндәйҙер мөһим һөнәри проблема хәл ителер. Тәнҡитте күңелегеҙгә яҡын ал­мағыҙ. Мөхәббәткә ҡағылған мәсьә­ләләрҙә кешене тыңламағыҙ.

 

БУҒА

Тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәр­теү, аҡса эшләү мөмкинлеге тыуыр, тик матди өлкәгә ҡағылған проекттарҙы тиҙ арала тормошҡа ашырырға тырышығыҙ. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә киҫкенлек күҙәтелер.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Йондоҙҙар яңы бурыстан һәм иңегеҙгә яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡмаҫҡа кәңәш итә. Башлаған эште ахырына еткерә алмаһағыҙ, ашыҡмағыҙ, барыһы ла яйға һалыныр. Аҙна аҙағына ниндәйҙер сетерекле хәлгә асыҡлыҡ индерерһегеҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Мөһим һөйләшеүҙәрҙә уңышҡа өлгәшеп, эшлекле партнерҙар табырһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта шәхси мөнәсәбәттәрҙә аңлашылмаусанлыҡ тыуыр. Һөйгәнегеҙ үҙенә ышанмауығыҙҙы һиҙһә, үпкәләр.

 

АРЫҪЛАН

Тормошоғоҙҙо һәр яҡлап камил­лаштырырға ваҡыт. Һөнәри өлкәне лә, шәхси мөнәсәбәттәрҙе лә тәр­типкә килтереү менән мәшғүл булыр­һығыҙ. Үҙегеҙ генә белгән проблеманы ваҡытында хәл итегеҙ.

 

ҠЫҘ

Аҙна аралашыуҙарға бай бул­маҡсы. Шул уҡ ваҡытта аҙ белгән кешегә серегеҙҙе сисмәгеҙ, аҙаҡтан үкенергә тура килеүе бар. Яҡындары­ғыҙҙың күңелен күтәрергә теләһәгеҙ, йорт мәшәҡәттәре менән булығыҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Уңышҡа өлгәшеү өсөн эшкә һәм бизнесҡа ҡағылған мәсьәләләргә алдан уҡ асыҡлыҡ индерегеҙ. Етәкселек менән һөйләшергә ниәт­лә­һәгеҙ, осрашыуға алдан уҡ әҙерләнегеҙ, көсөргәнешкә юл ҡуймаҫҡа тырышығыҙ.

 

САЯН

Ғәмәлдәге хәлде дөрөҫ баһала­ма­уығыҙ бар. Ғөмүмән, был аҙнала етди ҡарар ҡабул итеүҙән баш тартыу хәйерле. Шулай ҙа эш мотлаҡ икән, аҡыллы кешеләр менән кәңәшләшегеҙ.

 

УҠСЫ

Һеҙҙе элекке хаталарҙы төҙәтеү аҙнаһы көтә. Мөһим эште аҙағына еткереү мөмкинлеге тыуыр. Ялҡауланмаһағыҙ, осор ярайһы уҡ һөҙөмтәле булмаҡсы. Шәхси тормошта ҡәтғи ҡарарға килергә тура килер.

 

ЫЛАҠ

Аралашыуҙар артып китер. Кемдәндер көтөлмәгән хәбәр ишетерһегеҙ. Уның тормошоғоҙҙоң аҫтын-өҫкә килтереүе ихтимал. Яңы таныштар тоғро дуҫҡа йәки ғүмерлек юлдашығыҙға әүерелеүе бар.

 

ҺЫУҒОЯР

Аҙна ваҡиғаларға бай булмаҡ­сы. Яңы кеше менән танышырһы­ғыҙ, ләкин тормошоғоҙҙа ул һеҙгә кәрәкме?  Яҡындарығыҙ менән аралашҡанда төртмә телле булмағыҙ.

 

БАЛЫҠ

Был осорҙа һеҙгә үҙ һүҙлелек, дорфалыҡ хас булыр. Ваҡ-төйәк мәсьәләләрҙә лә фекерегеҙҙе ахырғаса яҡларһығыҙ. Һөҙөмтәлә яҡындарығыҙ менән һүҙгә килеү хәүефе бар.

Читайте нас: