Бөтә яңылыҡтар

ЙОНДОҘНАМӘ (4 – 10 июль)

 ҠУҘЫ

Уңышҡа өлгәшеү өсөн инициатива, ныҡышмалылыҡ күрһәтергә кәрәк. Шишәмбе яҡын кешегеҙ менән араларығыҙҙың һыуыныуы ихтимал. Һәр нәмәгә шаяртыу тип ҡарарға тырышығыҙ. Йома саҡырған ергә мотлаҡ барығыҙ.

 

БУҒА

Эш һәм финанс мәсьәләлә­рендә файҙалы бәйләнештәрҙе ҡулланыуҙан тартынмағыҙ. Ши­шәмбе маҡсатҡа өлгәшеүҙә бер аҙ тотҡарлыҡтар булыуы ихтимал. Шәмбе туғанығыҙға ярҙам кәрәк булыр, моғайын.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Ижад кешеләре өсөн йондоҙло сәғәт башлана. Мул ғына табыш алыу мөмкинлеге лә бар. Хеҙмә­тегеҙ тейешенсә баһаланыр. Һиҙем­ләү көсөгөҙ артыр. Аҙнаның икенсе яртыһында мөһим эш ҡуҙғалыр.

 

ҠЫҪАЛА

Эштә етәкселектән ыңғай баһа алырһығыҙ. Иң ауыр эште лә йырып сығып, барыһын да хайран итерһегеҙ. Шәмбе – романтик осрашыуҙар өсөн уңышлы көн.

 

АРЫҪЛАН

Һөнәри өлкәлә бер аҙ ҡы­йын­лыҡтар булыуы бар, шуға күрә иғтибарҙы эшкә йүнәлтергә кәрәк. Уның ҡарауы, мул ғына аҡса эшләү мөмкинлеге тыуыр.

 

ҠЫҘ

Һуңғы ваҡыттағы шик-шөбһәнән арынырға мөмкинлек тыуыр. Нин­дәйҙер шәхси мәсьәләне хәл итеүҙе оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Шишәмбе хыялдар тормошҡа аша  торған көн.

 

ҮЛСӘҮ

Эштә көсөргәнешле мәл. Уңай­ҙан файҙаланып, үҙегеҙҙе оҫта белгес булараҡ танытығыҙ. Нин­дәйҙер хәл-ваҡиға уйламағанса  тамамланыр. Хис-тойғоларығыҙҙы “ауыҙлыҡ­ларға” тырышығыҙ.

 

САЯН

Аҙна ярайһы уҡ уңышлы бу­лырға вәғәҙә итә. Уй-ниәтегеҙ тормошҡа ашыр. Эшлекле тәҡдим яһарҙар. Аҙна аҙағына уның һөҙөмтә­һен тойорһоғоҙ, өҫтәмә табыш алырһығыҙ.

 

УҠСЫ

Шаршамбы интеллектуаль өл­кәлә әүҙемлектең бер аҙ кәмеүе ихтимал. Хәл-шарттарға ғәҙәти булмаған ҡараш ниндәйҙер проблеманы еңеп сығырға ярҙам итер. Аҙна аҙағындағы ваҡиға һеҙҙең файҙаға булыр.

 

ЫЛАҠ

Ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, эшегеҙ алға барыр. Кесаҙна һөй­гәнегеҙҙән яңылыҡ ишетеп ҡыуа­ныр­һығыҙ. Йома телегеҙҙе тыйыу зыян итмәҫ. Ял көндәрендә яңғыҙ ҡалып, ял итеп алығыҙ.

 

ҺЫУҒОЯР

Был аҙнала дорфалыҡҡа юл ҡуймаҫҡа тырышығыҙ, юғиһә бары­һы менән дә низағлашып бөтөр­һө­гөҙ. Шишәмбе ниндәйҙер эште туҡ­татырға ҡарар итерһегеҙ, был яҡшыға булыр.

 

БАЛЫҠ

Был аҙнала ныҡышмалылыҡ талап ителер, әммә тупаҫлыҡ түгел. Ял көндәрендә ғаиләгеҙгә ҡағылған ниндәйҙер мөһим мәсьә­ләне хәл итергә тура килер, был һеҙҙең асыуығыҙға тейер.

Читайте нас: