Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Бөрө районында сәфәрҙә. Ул социаль селтәрҙәрҙә ундағы Шәмсетдин күле тураһында яҙма ҡалдырҙы.
"Матурлыҡты күрһәтәбеҙ) Бөгөн беҙ Бөрө районында эшләйбеҙ. Эшҡыуарҙар бында Mia Terra глэмпингын ойошторған. Әйтәйем, был урын ожмахтың үҙе. Бына шундай йәмәғәт урындары, артабан бик уңайлы палаткалар урынлашҡан. Балалар менән бер нисә көнгә килергә мөмкин.
Башҡортостанда бөтәһе 38 глэмпинг эшләй. Киләсәктә тағы ла 99-ҙы, шул иҫәптән «Торатау» һәм «Янғантау» геопарктарын асырға ниәтләйбеҙ. Инвесторҙарға бындай проекттар ҡыҙыҡлы, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уларға ярҙам күрһәтәбеҙ.
Һуңғы өс йылда туристик инфраструктураны үҫтереү менән системалы шөғөлләнәбеҙ. Барыһын да Бөрө районына, Шәмсетдин күленә саҡырам.
Фото vsegda-pomnim.com