ҠУҘЫ
Мин-минлекте, матди файҙа алырға ынтылыуҙы ҡалдырып тороғоҙ. Кешеләрҙе үҙ мәнфәғәтегеҙҙә файҙаланмағыҙ, абруйығыҙ төшөр.
БУҒА
Дуҫтарығыҙҙың ярҙамынан баш тартмағыҙ. Һәр эште еренә еткереп, иң мөһиме – ваҡытында башҡарығыҙ. Сабырлыҡ һәм түҙемлек беренсе урында булһын.
ИГЕҘӘКТӘР
Быға тиклем һалған хеҙмәтегеҙҙең емешен йыйыр мәл етте. Ҡуйған маҡсаттарығыҙҙы икеләнмәйенсә тормошҡа ашырығыҙ.
ҠЫҪАЛА
Күптәнге хыялығыҙ ысынбарлыҡҡа әүерелер, хатта булдыра алмаҫтай тойолғандары ла. Һеҙгә уңыш йылмая, файҙаланып ҡалығыҙ.
АРЫҪЛАН
Сәфәргә сығыуығыҙ ихтимал, тик юлда осраҡлы кешеләр менән аралашмағыҙ. Улар башығыҙҙы бутап, ялған мәғлүмәт биреүе мөмкин.
ҠЫҘ
Эшегеҙҙе өйгә алып ҡайтмағыҙ, яҡындарығыҙ ҡәнәғәтһеҙлек белдерер. Аҙна башында ишеткән яңылыҡ тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртер.
ҮЛСӘҮ
Өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлеге тыуыр. Эштә хеҙмәттәштәрегеҙ араһындағы конкурентлык һеҙгә яҡшы йоғонто яһар, әүҙемлегегеҙ артыр.
САЯН
Эштә һүҙегеҙгә ҡолаҡ һалалар, тыңлайҙар. Күңелегеҙ ҙә көр һымаҡ. Ләкин был дауыл алдынан булған һиллек кенә, үҙгәрештәргә әҙер булығыҙ.
УҠСЫ
Һәр нәмәне, яҡындарығыҙҙы контролдә тоторға маташырһығыҙ, ләкин артыҡ мауыҡмағыҙ. Күп эшләргә тура килер, һөҙөмтәһен һуңғараҡ күрерһегеҙ.
ЫЛАҠ
Үҙегеҙгә оҡшаған кешеләр менән генә аралашығыҙ. Нисек теләйһегеҙ, шулай йәшәгеҙ. Ишеткән хәбәрҙәргә ышанмағыҙ, уларҙы еткергән кешеләрҙән алыҫыраҡ тороғоҙ.
ҺЫУҒОЯР
Хәл-ваҡиғалар һөнәри үҫешегеҙгә ҡамасаулай. Һеҙҙең уңышҡа кемдер аяҡ сала кеүек. Шуға бер аҙ көтөгөҙ һәм артыҡ борсолмағыҙ – ауырлыҡтар ваҡытлыса.
БАЛЫҠ
Киң күңелле булыуығыҙҙан, йомартлығығыҙҙан файҙаланыуҙары ихтимал. Ҡаршылыҡтарға осраһағыҙ ҙа, һалҡын ҡанлы булып ҡалырға тырышығыҙ.