Матур үтһен ялығыҙ
16 Июль 2022, 04:00

Өй шарттарында туңдырма әҙерләйбеҙ

Ул еңел генә әҙерләнә һәм бик тәмле килеп сыға. Рецебы - яҙмала. 

Өй шарттарында туңдырма әҙерләйбеҙӨй шарттарында туңдырма әҙерләйбеҙ
Өй шарттарында туңдырма әҙерләйбеҙ

Йәй көнө иң тәмле ризыҡтарҙың береһе - туңдырма инде ул! Айырыуса балалар ярата был тәмлекәсте.

Һеҙҙең иғтибарға өй шарттарында туңдырма әҙерләү рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Бының өсөн 500 грамм 33 процентлы һөт өҫтө (сливки), 250 грамм ҡуйыртылған һөт (ҡайнатылмағаны) алына.  

Һөт өҫтөн миксерҙа күпертергә, эш барышында аҙ-аҙлап ҡуйыртылған һөт өҫтәп торорға. Масса әҙер. Үҙегеҙгә оҡшаған һауытҡа һалып, 4-5 сәғәткә туңдырырға ҡуйырға.

Әҙер массаға үҙегеҙгә оҡшаған емеш-еләк ҡушырға мөмкин: еләк, ҡарағат, сейә, ҡурай еләге... Шулай уҡ һауыттың аҫтына һәм, массаны һалғас, өҫтөнә магазинда һатылған әҙер вафли йәймәһе һалырға мөмкин. Әгәр ҡайнатылған ҡуйыртылған һөт (вареная сгущенка) менән эшләһәгеҙ, крем-брюле тәмендәге туңдырма килеп сығасаҡ.

Тағы ла шуны әйтәйек: масса бик мул ғына буласаҡ, рәхәтләнеп бер нисә тапҡыр ашарға етәсәк.  

Фото: pikabu.ru 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас