Матур үтһен ялығыҙ
17 Июль 2022, 06:00

Ә һеҙҙең ҡаланан ҡайтҡан балағыҙ нисек ял итә?

“Эшкә урынлаштыңмы, әллә һаман йырлап ҡына йөрөйһөңмө?” Элегерәк киң таралған был мәрәкәне беҙҙең артистарға ҡарата бер ҙә әйтеп булмай. 

Ә һеҙҙең ҡаланан ҡайтҡан балағыҙ нисек ял итә?Ә һеҙҙең ҡаланан ҡайтҡан балағыҙ нисек ял итә?
Ә һеҙҙең ҡаланан ҡайтҡан балағыҙ нисек ял итә?

Йәйгеһен артистар ҙа ялға сыға. Ауылға туғандарына ҡайталар. 

Сығышы менән Учалынан булған драма артисы, йырсы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры Илнур Лоҡманов та отпускыһын нисек үткәреүе тураһында видеояҙма төшөргән. "Йәйен сәхнә тормошонан әҙ генә арынып торған мәлдә тыуған яҡтарҙа мин шулай "ял итәм". Ә һеҙ нисек дуҫтар?" - тигән ул уйынлы-ысынлы.

Ә Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Зиләрә Юлтаева Әбйәлилдә ата-әсәһенә һарай, төкәтмә төҙөүҙә ярҙам итә, картуфты колорадо ҡуңыҙынан һаҡлай. "Актрисаның багажына тағы бер һөнәр - ташсы. Актерлыҡ эше бөтә нәмәне белеүҙе талап итә. Миңә оҡшай", - тигән ул.

Фото: https://vk.com/zilyara17

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас