Матур үтһен ялығыҙ
30 Июль 2022, 08:00

Үҙең бешергәнгә ни етә!

Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Роза Йәнбирҙина ғаиләһен үҙе бешергән ризыҡтарҙан өҙмәй. Был юлы ул “Башҡортостан” гәзите төркөмө уҡыусылары өсөн махсус рәүештә “Емешле пирог” рецебы менән бүлеште. 

Үҙең бешергәнгә ни етә!Үҙең бешергәнгә ни етә!
Үҙең бешергәнгә ни етә!

 

- Иң тәмлеһе үҙең әҙерләгән ризыҡ. Яҡындарыма  аш-һыуҙы төрләндереп бешерәм. Беҙҙең ғаиләнең иң яратҡан ризығы – һарыҡ ите менән манты. Әсәйем, ризыҡты һәр ваҡыт  бисмилла менән бешерергә өйрәтә. Уның кәңәшен тотам. Ысынлап та, ашарға бешергәндә күңел йылыһы һалыу, хатта  ижади ҡараш кәрәк тип уйлайым. Бешереү генә түгел уны өҫтәлгә биҙәп бирһәң тәмле лә, йәмле лә була, яҡындарыңдың да кәйефе күтәрелә. Бешеренеү һәләте ҡатын-ҡыҙҙың булмышында ята. Ғаиләңдең өҫтәл артына йыйылып, яратып ашауҙарын күреү – үҙе бәхет бит ул, - ти күп бала әсәһе Роза.

Был юлы ул “Башҡортостан” гәзите төркөмө уҡыусылары өсөн махсус рәүештә “Емешле пирог” рецебы менән бүлеште. Алда ял көндәре. Һеҙ ҙә ошо татлы ризыҡты бешереп яҡындарығыҙҙы һыйлағыҙ әле. Рецебы ла ҡатмарлы түгел. Бының өсөн  250 гр он, 4 йомортҡа, 200 гр. эремсек,100 гр аҡ май, 4 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1 сәй ҡалағы он күперткес, төрлө емештәр (ҡурай еләге, ер еләге) кәрәк. Майҙы иретер өсөн алдан ук туңдырғыстан сығарабыҙ. Уға шәкәр ҡушып өҫтәп туғыйбыҙ. Артабан 5 йомортҡаны берешәрләп һалып айырым бутайбыҙ. Ондо күперткес менән бергә ҡушып болғатабыҙ. Уны йомортҡалы массаға һалабыҙ. Шыйыҡ ҡамыр әҙерләйбеҙ. Һуңынан ҡамырҙы формаға һалып,өҫтөнә емештәрҙе теҙәбеҙ. Ҡаймаҡты 1 йомортҡа , эремсек, 1 аш ҡалағы шәкәр менән туғып, емештәр өҫтөнә тигеҙ генә итеп ағыҙабыҙ. Бәлеш әҙер булһын өсөн 40 минут духовкала тотабыз.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, ялдарығыҙ матур үтһен!

Фото: Роза Йәнбирҙинаның шәхси архивынан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас