

Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы социаль селтәрҙәрҙә Бүздәк районында уҙғарыласаҡ «БэлешФест-2022» фестивале тураһында яҙып сыҡты.
20 августа 11.00 сәғәттә Бүздәк районының Бүздәк ауылында «БэлешФест-2022» традицион милли кухняһы фестивале үткәрелә. Был сара 2018 йылдан уҙғарылып килә һәм йылдан-йыл күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итә, Башҡортостандың мәҙәни, туристик һәм гастрономик брендына әүерелә бара.
Башҡортостан халыҡтарының милли кухняһын һаҡлауҙы, үҫтереүҙе һәм өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған был проект быйыл Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Унда байрамдың төп символы, башҡорт ерендә ҡунаҡсыллыҡты сағылдырып, сөсө ҡамырҙан төрлө эслек менән бешерелгән “Ҙур бәлеш” урын ала.
Байрам ҡунаҡтарына төрлө халыҡтарҙың аш-һыуы тәҡдим ителә. Фестивалдең төп майҙанында башҡорт, рус, татар, сыуаш, удмурд, мари, мордва халыҡтарының аштарын һәм эсемлектәрен тәмләргә мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ милли кейемдәр, кәсептәр күргәҙмәләре ойошторола. Фестиваль сиктәрендә милли аш-һыу әҙерләү һәм өҫтәлде биҙәү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелә, балалар һәм өлкәндәр өсөн тематик ун майҙансыҡ эшләй.
Төп майҙанда ашамлыҡтарҙың ҙур парады, бәлеш әҙерләү оҫталарының конкурсы үтә, жюри еңеүселәрҙе билдәләй. Ҡунаҡтарҙы республиканың ижади коллективтары ҡатнашлығында мәҙәни-күңел асыу программаһы көтә, ә байрамдың иң сағыу ваҡиғаһы – Бүздәк ауылында “Бәлеш” арт-объектының асылыуы.
Фото: Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы.